-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Май 2021, 08:55

Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейы асылды

Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейын асыу тантанаһы уҙҙы. Сара данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 139 йыл тулыуға һәм Арктика советында рәйеслектең Рәсәйгә күсеүенә арналды.

Өфөлә Валериан Альбанов исемендәге ҡотопсолар музейын асыу тантанаһы уҙҙы. Сара данлыҡлы яҡташыбыҙҙың тыуыуына 139 йыл тулыуға һәм Арктика советында рәйеслектең Рәсәйгә күсеүенә арналды.
Музейҙы асыу тантанаһында сығыш яһап, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн төндә «Ике капитан» фильмын ҡарауы һәм Альбанов тураһында хәтирәләр уҡыуы тураһында һөйләне. Музейҙың легендар кеше, Арктиканы тикшереүсе һәм ҡотопсо Валериан Альбановтың тыуған көнөндә асылыуы символик мәғәнәгә эйә. Музей ул йәшәгән йорт янында урынлашҡан.
«Беҙ легендар яҡташыбыҙ тураһында хәтерҙе халыҡҡа кире ҡайтарҙыҡ. Уның яҙмышы бик ҡыҙыҡлы, ләкин фажиғәле. Бөгөн илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн мөһим көн, сөнки беҙ илебеҙҙең тарихи бөйөклөгөн тыуҙырған кешеләрҙе хөрмәтләп иҫкә алабыҙ. Бөгөн оҙаҡ йылдар Валериан Альбановтың хәтерен мәңгеләштереү, музей булдырыу өсөн көрәшкәндәргә лә рәхмәт әйтәбеҙ. Уларҙың күптәре бында», — тине Радий Хәбиров.
Республика етәксеһе музей ойоштороу башланғысы менән сығыш яһаусыларҙың береһе, Аксаков исемендәге мемориаль йорт-музейы филиалы мөдире, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Михаил Чвановты Аксаков ордены менән бүләкләне.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, легендар ҡотопсо Валериан Альбановҡа һәм Башҡортостан ҡотопсоларына бағышланған музей экспозицияһы проекты Рәсәй Президентының 6 миллион һумлыҡ грантын отҡайны.
Музей экспозицияһында йөҙҙән ашыу артефакт һәм төрлө экспонаттар иҫәпләнә. Шуларҙың иң ҙуры – Өфөнөң яңы арт-объектына әүерелгән 19-сы быуат якоры. Шулай уҡ музейҙа кинозал һәм мәҙәни-белем биреү саралары, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарыу өсөн кают-компания бар.
Уҡыусылар, уларҙың ата-әсәләре, уҡытыусылар музейға бушлай инергә мөмкин.
Читайте нас: