+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Май 2021, 10:10

Бүләктәр һеҙҙе көтә!

2021 йылдың икенсе ярты йыллығына “Табын” гәзитенә яҙылыусылар араһында “Аҙна һайын бүләк” отошо дауам итә. Көнкүрештә кәрәкле матур бүләктәр оторға теләһәгеҙ, гәзиткә яҙыла һалып, квитанцияғыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрегеҙ. Матбуғатҡа яҙылыу кампанияһы һөҙөмтәләре буйынса июнь аҙағында төп еңеүселәр билдәләнеп, улар мультиварка, елләткес, блендер һәм башҡа күп бүләктәр отасаҡ. Сираттағы бүләк баҡса - эштәре өсөн ҡоралдар йыйылмаһы отоусы аҙна еңеүсеһе Урта Үтәш ауылынан Рәфилә Сәйфетдинованы (Үҙәк урам, 29)дүшәмбе көнө 10.00 сәғәттә редакцияла көтәбеҙ.

“Табын”ға ярты йылға яҙылыу 942 һум 66 тин, пенсионерҙарға – 896 һум 88 тин, һуғыш ветерандары һәм 1-се, 2-се төркөм инвалидтарына – 861 һум 06 тин тора. Красноусолда йәшәүселәр редакция аша 732 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон вариантына 588 һумға яҙылырға мөмкин.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!
Читайте нас: