+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
4 Июнь 2021, 14:05

Милли рейтингта бишенсе урында

4 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендәге инвестиция шарттарының милли рейтингы һөҙөмтәләре менән таныштырҙылар. Был рейтинг илдәге төп эшлекле берекмәләрҙең һәм Яңы проекттарға булышлыҡ итеү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының системалы проектын тәшкил итә. Ул Рәсәй төбәктәрендә инвестиция шарттарын үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыу йәһәтенән иң яҡшы практикаларҙы эҙләп табыуға, таратыуға йүнәлтелә. Башҡортостан беренсе тапҡыр был рейтингта тәүге бишәү иҫәбенә индерелде.

Мәғлүм булыуынса, рейтинг йыл һайын Рәсәй Президентының Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһен тормошҡа ашырыу буйынса күрһәтмәләр исемлегенә ярашлы төҙөлә.
“Иң мөһиме – бизнес менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү, шуға күрә проекттарҙың тормошҡа ашырылыуын мин үҙем контролдә тотам,” – тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров. - Пандемияға һәм эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегенең түбәнәйеүенә ҡарамаҫтан, 2020 йылда төп капиталға инвестициялар күләме 100,9 процент булды.”
Сессияла ҡатнашыусылар был көндә шулай уҡ ил Хөкүмәте эшләгән яңы инвестиция циклын ғәмәлгә индереү өсөн саралар программаһы буйынса фекер алыша. Дискуссия “Милли үҫеш маҡсаттары: бурыстарҙан һөҙөмтәләргә” трегына индерелгән.
Әйткәндәй, Башҡортостан Милли рейтингта 2015 йылдан ҡатнаша. 2015 йылда ул – 40-сы, 2016 йылда – 20-се, 2017 йылда – 13-сө, 2018 йылда – 23-сө, 2019 йылда – 16-сы, былтыр иһә 9-сы урында булған.
Читайте нас: