+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 14:25

Фольклориада саралары

Тиҙҙән Башҡор-тостан халыҡ-ара мәҙәни фестиваль үҙәгенә әүереләсәк. Бөтә донъя фольклориадаһында ҡатнашыусылар республиканың баш ҡалаһында ғына түгел, дүрт фестиваль округына берләштерелгән 22 муниципалитетта сығыш яһай.

Үҙәк округҡа ингән Сала-уат ҡалаһында саралар- 5 июлдә, Стәрлетамаҡ ҡалаһында һәм Нуриман районында – 6 июлдә, Октябрьскийҙа – 7 июлдә, Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы ра-йондарында – 8 июлдә, Ишембай һәм Благовещен райондарында – 9 июлдә;
Төньяҡ фестиваль округына ҡараған Мишкә районында – 5 июлдә, Ҡариҙел районында – 6, Борайҙа – 7, Асҡын районында – 8 июлдә;
Төньяҡ-көнбайыш округындағы Дүртөйлө ҡалаһында – 5, Яңауыл районында – 6, Тәтешлелә – 7, Нефтекама ҡалаһында – 8, Илеш районында – 9 июлдә;
Көнсығыш округына ингән Әбйәлил районында – 5 июлдә, Бөрйәндә – 6, Учалы ҡалаһында – 7, Сибайҙа – 8, Белорет ҡалаһында 9 июлдә уҙғарыла.
Концерттарҙан тыш, ойоштороусылар фестиваль ҡунаҡтары өсөн күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, төрлө интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусыларҙың милли кейем парадын әҙерләгән. Концерттарҙың барыһы ла асыҡ һауала үтә. Байрамға килгәндәрҙең битлек кейеүе мотлаҡ.
Читайте нас: