+12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Июнь 2021, 11:50

Изгелекле һөнәр эйәләренә!

Хөрмәтле социаль өлкә хеҙмәткәрҙәре!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ менән ысын күңелдән тәбрикләйем!
Һеҙ Ер йөҙөндәге иң гуманлы һөнәрҙәрҙең береһен һайлап, мохтаждарҙы йылылыҡ һәм хәстәр менән солғайһығыҙ. Өлкәндәр, инвалидтар, балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ғаиләләр һеҙҙең ярҙам менән үҙ мөмкинлектәрен бойомға ашыра, киләсәккә ышаныс менән ҡарай.
Эшһөйәрлек, изгелек, миһырбанлыҡ талап иткән һөнәрегеҙ райондың социаль өлкәһе үҫешенә ҙур өлөш индерә.
Социаль хеҙмәткәрҙәр, һеҙгә еңел булмаған көсөргәнешле хеҙмәтегеҙ, түҙемлегегеҙ, кешеләрҙә өмөт сатҡылары уятҡанығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм.
Һеҙгә һаулыҡ, бәхет, изгелекле эшегеҙҙә уңыштар, ғаилә именлеге теләйем.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: