Красноусол минераль сығанаҡтары 16-сы быуаттан бирле билдәле. Шул йылдарҙа уҡ кешеләр изге шишмәләрҙең шифаһы тураһында белгән. Улар тураһында бик күп риүәйәттәр йәшәп килә. Минераль һыу табыусы завод шифахана территорияһында урынлашҡан. Предприятиела ҡойолған эсәр һәм минераль һыуҙың тәбиғи составы һаҡлана. Ул үҙенең шифалы сифаттары менән Башҡортостандан ситтә лә киң танылыу яулаған.