+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Июнь 2021, 09:25

Лайыҡлылар өсөн тауыш бирәйек

Башҡортостанды үҙенең хеҙмәте, хәрби батырлығы, ижады, фәнни асыштары менән данлаған кешеләр бик күп. Уларҙы хөрмәтләү, улар тураһында киләһе быуындарға һөйләү – беҙҙең изге бурыс.

Башҡортостан халҡына үҙенең эштәре менән хөрмәткә лайыҡ кешеләрҙе һайлау бурысы тора. Кандидаттар 2021 йылдың 24 мартынан 30 апреленә тиклем арауыҡта һайлап алынды. Рейтинг тауыш биреүе 2021 йылдың 7 июненән 21-енә тиклем golos.bashkortostan.ru сайтында барасаҡ. Һәр кем үҙенең тыуған районы, республикаһы йәки тотош ил өсөн файҙа килтергән кандидат өсөн тауыш бирә ала.

“Яҡташтар-2021” проектында тауыш биреү өсөн:

1. “Голос РБ” сайтына үтергә (https://golos.bashkortostan.ru/), йәки ошо һылтанма буйынса инергә: https://golos.bashkortostan.ru/countryman/

2. “Һораулама” бүлегенә инергә.

3. Уң яҡ менюла, һорауламалар төркөмө исемлегенән “Яҡташтар-2021” һораулама төркөмөн һайларға.

4. Үҙегеҙ йәшәгән ҡала йәки районды табырға.

5. Номинациялар буйынса үҙегеҙ теләгән яҡташтарығыҙға тауыш бирергә.

Тауыш биреү “Атайсал” проектына ярашлы ойошторола. Белеүебеҙсә, унда тыуған төйәгенең яҙмышына, киләсәгенә битараф булмаған кешеләр ҡатнашып, яҡташтарына көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә ярҙам күрһәтә.

Һәр район һәм ҡала түбәндәге номинациялар буйынса үҙ геройҙарын һайлай: «Атайсал», «Һаулыҡ һаҡлау», «Мәғариф», «Мәҙәниәт һәм сәнғәт», «Ижтимағи эшмәкәрлек», «Күп балалы ғаилә», «Геройҙарса аҙым яһаған кеше», «Ҡораллы көстәр, МЧС, полиция», «Журналистика һәм әҙәбиәт», «Спорт», «Ауыл хужалығы», «Төҙөлөш», «Транспорт», «Сәнәғәт», «Эшҡыуарлыҡ», «Дәүләт эшмәкәрлеге».

Һәр район буйынса айырым һөҙөмтәләр иғлан ителәсәк. Геройҙар менән беҙ гәзит биттәре, теле һәм радиотапшырыуҙар аша танышасаҡбыҙ.

Читайте нас: