+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июнь 2021, 09:00

Илһамлы ижад теләйем!

Хөрмәтле киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе Башҡортостан Республикаһы Матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ысын күңелдән тәбрикләйем!
Хәҙерге тормошто матбуғат һәм электрон баҫмаларһыҙ, телевидение, радио, Интернетһыҙ һәм башҡа коммуникация каналдарынан тыш, ә иң мөһиме – мәғлүмәт киңлеген көн һайын ваҡытлы һәм сифатлы мәғлүмәттәр менән тултырып торған киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре, журналистарһыҙ күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын.
Һеҙ йәмғиәт һәм власть араһындағы ҡыҙыҡлы диалогка шарттар тыуҙыраһығыҙ, битараф булмаған әүҙем граждандарҙы берләштерәһегеҙ, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып бараһығыҙ. Һеҙгә ышаналар, ихтирам итәләр һәм лайыҡлы баһалайҙар.
Барлыҡ башланғыстарығыҙҙа, эшегеҙҙә илһам юлдаш булһын.
Яңы проекттарығыҙҙы тормошҡа ашырыуҙа уңыштар, ҙур тираждар, юғары рейтингтар һәм яңы ҡаҙаныштар, һеҙгә һәм яҡындарығыҙға ныҡлы сәләмәтлек, бәхет-шатлыҡтар теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Читайте нас: