— Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталы аша электрон төрҙә йәки ҡағыҙға баҫылған COVID-19-ға ҡаршы вакцинация үтеү сертификаты;
— медицина ойошмаһынан коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеү (шул иҫәптән беренсе компонент менән) тураһында белешмә;
— медицина ойошмаһынан COVID-19-ға ҡаршы вакцинация яһатырға ярамау тураһында белешмә;
— электрон төрҙә йәки ҡағыҙға баҫылған ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмә (өс тәүлек ғәмәлдә).
2021 йылдың 22 июненән был талап музейҙар, күргәҙмә залдары, китапханалар, театрҙар, кинотеатрҙар, концерт залдары, мәҙәниәт йорттары (һарайҙары) эшмәкәрлегенә, төнгө клубтарҙың эшенә (дискотекаларға), шулай уҡ ябыҡ биналарҙа күп кеше ҡатнашлығындағы физкультура һәм спорт сараларын уҙғарыуға ҡағыла.
2021 йылдың 29 июненән ошо талап йәмәғәт туҡланыуы өлкәһенә (10 һәм унан күберәк урындар), матурлыҡ салондары, косметик, СПА-салондар, массаж салондары, солярийҙар, мунсалар, сауналар, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, фитнес-клубтар, бассейндар, шифахана-курорт ойошмалары, студент ятаҡтары эшмәкәрлегенә, шулай уҡ дөйөм ҡулланыуҙағы автотранспортта ҡала-ара пассажир ташыуға һәм «Орлан» ҡала яны поезы эшенә ҡағыла.
Юғары уҡыу йорттарына һәм колледждарға уҡырға инеү өсөн кәрәкле документтар ҡабул итеү, һынауҙар үткәреү, апелляциялар ҡарау дистанцион режимда ойошторола. 18 йәшкә тиклемгеләргә, вакцинация үтеү, прививка эшләтергә ярамау йәки ПЦР-анализдың кире һөҙөмтәһе тураһында белешмәһе (сертификаты) булғанда ғына килергә рөхсәт ителә.