Шәхси беренселектә Динис Хәмиҙуллин 100 метрға йүгереүҙә – беренсе, 200 метрға ярышта икенсе килде. Лиана Хәкимова 400 метрға уҙышта 2-се булһа, 100 метрға ярышта 3-сө урынды алды. Дмитрий Афанасьев һәм Ләйсән Баширова 200 м һәм 400 м спринтта өсөнсө урында булдылар.
Үҫмерҙәр 4*100 м эстафетаһында – икенсе, 4*400 м-ҙа өсөнсөлөктө алдылар.
Район спортсыларын уңышлы һөҙөмтәләр менән ҡотлайбыҙ, яңынан-яңы еңеүҙәр теләйбеҙ!