+21 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
24 Июня 2021, 04:50

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу 1-13 октябрҙә үтәсәк

Рәсәй Хөкүмәте 2021 йылдың 1 октябренән 31-енә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу ваҡытын билдәләне.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл февралдә властар, пандемияның дауам итеүен иҫәпкә алып, хәүефһеҙлекте арттырыу өсөн Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы сентябрҙә уҙғарырға хәл иткәйне.
Яңыраҡ хөкүмәт ҡарары яңы ваҡытты билдәләне – 2021 йылдың 1-31 октябре.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙың медиаофисында белдереүҙәренсә, яңы срок Берләшкән Милләттәр ойошмаһы тәҡдим иткән иҫәп алыу раунды сиктәрендә ҡалырға мөмкинлек бирә. Бынан тыш, был ваҡытта рәсәйҙәрҙең күпселеге отпускынан ҡайта.
Бындай шарттарҙа Росстат мәғлүмәттәр йыйыуҙың яңы – һанлы ысулына өмөт бағлай.
Иҫәп алыу барышында Рәсәй халҡы Дәүләт хеҙмәттәре порталында, шулай уҡ күп функциялы үҙәк бүлексәләрендә исемлеккә теркәлергә мөмкин.
Интернет-иҫәп алыу – Рәсәй өсөн яңы иҫәп алыу алымы. Респондент һәм электрон иҫәп алыу ҡағыҙы араһында аралашсы юҡ.
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас