Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Июнь 2021, 15:20

Вакцина яһатыусылар һаны 10 тапҡырға артҡан

Уҙған аҙнала Башҡортостанда коронавирус инфекцияһынан вакцина эшләтеү темпы 10 тапҡырға артҡан. Республика Һаулыҡ һағы министры Максим Забелин әйтеүенсә, халыҡҡа вакцина эшләтеү өсөн, мобиль пукттарҙы ла индереп, 180 пункт эшләй. Башҡортостан вакцинация буйынса илдә алтынсы, төбәктәргә таратылған вакцинаны яһатыу буйынса икенсе урында. Бөтәһе төбәккә 600 мең доза вакцина килтерелгән. Уның һуңғы партияһы 27 июндә килгән.Бөгөнгө көнгә вакцинаның беренсе компоненты менән республикала 515 мең кеше прививкаланған, 368 меңгә яҡын кеше өсөн вакцинация тамамланған.

Әлеге көнгә республикала коронавирус менән 41053 кеше сирләгән, уларҙың 133-ө һуңғы тәүлектә асыҡланған. Стационарҙарҙа 223 кеше дауалана, уларҙың 21-е – ауыр хәлдә, үпкәне яһалма елләтеү аппаратына 4 кеше тоташтырылған, амбулаторно 1683 кеше дауалана. Тәүлек эсендә 34, бөтәһе 38558 кеше һауыҡҡан. Һуңғы тәүлектә 4 кеше вафат булған. Тәүлек эсендә пневмония менән сирле 119 кеше асыҡланған, 94 кеше был сирҙән йүнәлгән. Бөтәһе 3236583 тикшереү эшләнгән, уларҙың 2759-ы – һуңғы тәүлектә.
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас