+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Июль , 14:25

Бик ҡыҙыҡлы эштәр алып бара «Транснефть-Урал”дар

«Транснефть – Урал» акционерҙар йәмғиәте студенттарҙы етештереү объекттары менән таныштырҙы.
Транснефть-Урал акционерҙар йәмғиәте Өфө дәүләт нефть техник университетының торба үткәргес транспорты факультеты студенттарын “Өфө” ҡабул итеү һәм тапшырыу пункттары һәм “Нөрлө” һыҙыҡлы етештереү-диспетчер станцияһына экскурсияға алып барҙы.
“Өфө” ҡабул итеү һәм тапшырыу пункттары ысын мәғәнәһендә, бик уникаль объект. Сөнки, тап ошонан бер үк ваҡытта Көнбайыш Себер һәм башҡорт нефте Өфөнөң өс нефть эшкәртеү заводын тьәмин итә. Ул нефттең үлсәү һанын һәм нефть сифаты күрһәткестәрен билдәләй торған алты системалы ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Был ҡорамалдар тулыһынса автоматлаштырылған системаларҙан тора.
Студенттар нефть ҡабул итеү пунктынан алып нефть эшкәртеү заводы маршрутынан үттеләр.
Улар технологиялы ҡорамалдарҙың эшмәкәрлеге менән танышты,предприятие эсендә сығарылған техник ҡарарҙар тураһында ла белделәр, ошо пунктарға ҡағылған һәм бында практика үтеү һорауҙарына яуаптар алдылар.
“Транснефть-Урал акционерҙар йәмғиәтенең объекттарын өйрәнгәндә, студенттар торба үткәргес транспорты процестары технологиялары буйынса белемдәрен камиллаштырһа, тармаҡ етәкселәре һәм белгестәре улар менән тәжрибәләре менән уртаҡлаша”,-тине Торба үткәргес транспорты факультетының “Транспорт, нефть һәм газды һаҡлау” кафедраһы уҡытыусыһы Эмиль Ғәйсин.
Ҡыҙыҡлы экскурсияларҙың береһе булып “Нөрлө” һыҙыҡлы етештереү-диспетчер станцияһына булды. Унда студенттар насос залын һәм Рәсәйҙең иң эре нефть үткәргестәр терәк насосын Уст-Балыҡ-Ҡурған-Өфө-Әлмәт күрҙеләр һәм станцияның резервуар паркын ҡаранылар.
Әйткәндәй, был экскурсияларҙан алда ғына “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтендә торба үткәргес транспорты факультетын тамамлаусыларға диплом проекттарын һәм магистрҙар диссертацияһын яҡлау ойошторолғайны.Йыл һайын үткәрелгән был сара 49 тапҡыр уҙғарылды.
Дәүләт имтихан комиссияһы алдында факультетты тамамлаусы алты студент үҙ эштәре менән сығыш яһаны. Был имтихан комиссияһының председателе “Транснефть-Урал” акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Роман Ковалев булды.
Диплом һәм диссертация эштәрен яҡлау бик уңышлы үтте: уҡыу йортон тамамлаусыларҙың бишеһе-“5”билдәһенә, берәүһе “4”-не алды.
Автор:IMPORT Сервисный