Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
5 Июль 2021, 18:35

Ике донъя рекорды ҡуйылды

Милли кейемдәр парадынан һуң уның ҡатнашыусылары Бөтә донъя фольклориадаһының төп майҙанында төрлө милләт, ил, халыҡ вәкилдәре әйлән-бәйләнгә йыйылды.

Был сағыу һәм үҙенсәлекле сарала Башҡортостандан, Рәсәйҙән генә түгел, ә бөтә донъянан төрлө милләттәр йыйылған. Ҡулға-ҡул тотоношҡан һәр милләт вәкиле халыҡтар дуҫлығын, ер йөҙөндәге тыныслыҡ өлгөһөн сағылдырҙы.
Әйлән-бәйлән “Узорица”, “Арғымаҡ” төркөмдәренең йыр-моңдары аҫтында барҙы.
Артабан сәхнәгә Рәсәйҙең рекодтар китабының баш мөхәррире Станислав Коненко, CIOFF президенты Филипп Боссан һәм Башҡортостандың мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова күтәрелде.
Станислав Коненко тантаналы рәүештә әле генә ҡуйылған ике рекорд хаҡында хәбәр итте: беренсеһе – бер әйлән-бәйләндә бер юлы 57 ил ҡатнашып, рекорд ҡуйылған, икенсе рекорд – бер майҙанда, бер әйлән-бәйләндә 71 милләт ҡатнашҡан.
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас