Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Июль 2021, 09:40

Шатлыҡ өләшәһегеҙ

Хөрмәтле почта элемтәһе хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

Һеҙҙе һөнәри байрамығыҙ – Рәсәй почтаһы көнө айҡанлы ысын күңелдән ҡотлайым!
Почта кешенең алмаштырғыһыҙ юлдашы булды һәм шулай булып ҡала. Әлеге ваҡытта ул юғары технологиялы элемтә һәм бәйләнеш саралары менән йыһазландырылған. Почта тәҡдим иткән хеҙмәттәр теҙмәһе арта, уларҙың сифаты яҡшыра бара. Әммә күпселек халыҡ өсөн почта – ул көндәр ниндәй генә торғанда ла пенсияларҙы, яңы ғына сыҡҡан матбуғатты һәр өйгә еткерергә ашығыусы почтальон булып ҡала. Был һөнәр вәкилдәренә яуаплылыҡ, үҙ эшен төплө белеү кеүек сифаттар хас. Бөгөн дә почта элемтәһе өлкәһендә үҙ эшенә йәне-тәне менән бирелгән һәйбәт кешеләр эшләй. Йәш быуынға үҙ тәжрибәһен, күп йыллыҡ хеҙмәт йолаларын тапшырыусы ветерандарға иһә – айырыуса рәхмәт.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, үҙегеҙгә, ғаиләләрегеҙгә именлек, бәхет теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас