VI Бөтә донъя фольклориадаһын ябыу тантанаһында башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының селтәренә символик тәңкә тегелеп, был биҙәүес Башҡортостандың Милли музейына тапшырылды. Селтәр тәбиғи таштар һәм фольклориадала ҡатнашыусы 37 илдең тәңкәләре менән биҙәлгән. Үҙенсәлекле сәнғәт өлгөһөн Республика халыҡ ижады үҙәге белгесе, фольклорсы Гөлгөнә Баймырҙина менән селтәр эшләү оҫтаһы Әлфиә Әхтәриева төҙөгән.
– Фольклориадала ҡатнашыусыларҙың тәңкәле селтәре – халыҡтарҙы берләштереү символына эйә, – тине Башҡортостан мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова. – Шул уҡ ваҡытта матди-мәҙәни ҡомартҡы объекты ла һанала. Беҙ халҡыбыҙҙың традицияларына тоғро ҡалабыҙ.