+17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Июль 2021, 12:45

Уҡыусы балалары булған ата-әсәләргә дәүләттән 10 мең һум аҡсаны нисек алырға?

15 июлдә уҡыусылар өсөн бер тапҡыр түләнәсәк 10 мең һумды алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү башлана. Был турала нимә белергә кәрәк?Был ниндәй түләү?Түләү тураһында ил Президенты Владимир Путин ағымдағы йылдың апрель айындағы Мөрәжәғәтнамәһендә белдергәйне. Ул ғаиләнең статусына, килем кимәленә, льготалары булыу-булмауына ҡарамай, барлыҡ ата-әсәләргә лә ҡағыла.

Кемдәр ала?

2003 йылдың 3 июленән 2015 йылдың 1 сентябренә тиклем тыуған балаларҙың ата-әсәләре, опекаға алыусылары һәм попечителдәре,
1998 йылдың 3 июленән 2003 йылдың 2 июленә тиклем тыуған балаларҙың ата-әсәләре, опекаға алыусылары һәм попечителдәре, әгәр баланың инвалидлығын йәки сәләмәтлек мөмкинлегенең сикләнеүен һәм уның мәктәп йәки интернатта уҡыуын дәлилләүсе документ булһа ала аласаҡ. Ике ата-әсә лә Рәсәйҙә йәшәргә һәм Рәсәй граждандары булырға тейештәр.

Ғаризаны нисек бирергә ?

Түләүҙе алыу өсөн ғариза яҙырға кәрәк. Әгәр һеҙ быға тиклем түләүҙәр алған булһағыҙ, элекке ғаризағыҙ нигеҙендә Һанлы үҫеш министрлығы шаблон төҙөй һәм бар ҡулланыусыларға электрон хат ебәрә, һеҙгә мәғлүмәттең һәм банк реквизиттарының дөрөҫлөгөн тикшерергә генә кәрәк.
Әгәр һеҙгә уведомление килмәһә йәки һеҙ быға тиклем пособие алмаһағыҙ, 1 ноябргә тиклем Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сайтында анкета тултырығыҙ. Аккаунтығыҙҙың “раҫланған” тигән статусы булыуы мөһим. Быны тикшереү өсөн аккаунтығыҙға керегеҙ ҙә фамилияғыҙға баҫығыҙ һәм һул яҡта статусығыҙҙы күрерһегеҙ.
Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү сайты аша ғариза бирергә теләмәһәгеҙ, урындағы Пенсия фонды бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ. Үҙегеҙ менән паспорт, СНИЛС һәм туғанлыҡты раҫлаусы документ, мәҫәлән, баланың тыуыу тураһындағы таныҡлығын алырға онотмағыҙ! Ғаризаны атай ҙа, әсәй ҙә бирә ала. Кем быны беренсе булып эшләй, аҡса шуға түләнә.

Мин ҡасан аҡса алам?

Түләүҙәр 16 августа түләнә башлай. Мөһим: был дәүләт ярҙамы пособиеларҙы иҫәпләгәндә бер нисек тә иҫәпкә алынмаясаҡ. Йәғни киләһе айҙа, мәҫәлән, субсидия тейешлеген ҡарағанда, был түләүҙәр ғаилә килеменә индерелмәй.

Бала мәктәпкә киләһе йылға ғына бара. Уға түләү тейешме?

Әгәр бала йәше буйынса тура килә икән, эйе. Киреһенсә булғанда йәки балаға 18 йәш тулып һәм уның сәләмәтлек мөмкинлегенә сикләүҙәр булмаһа, түләү ҡаралмай.

Бала 9 кластан һуң колледжда уҡый. Уға түләү тейешме?

Йәше тура килһә,түләүҙе аласаҡ.

Минең 3 балам бар. Ҡайһыныһына түләү буласаҡ?

Барыһына ла. Һеҙ 30 мең һум аласаҡһығыҙ.

Аҡсаны нисек тотонорға мөмкин?

Әлбиттә, аҡсаның ҡайҙа тотоноласағын бер кем дә тикшермәйәсәк. Ғәмәлдә түләү баланы мәктәпкә әҙерләү өсөн – мәктәп формаһы, рюкзак, мәктәп кәрәк-ярағы алыуға тотонолорға тәғәйенләнә.
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: