8 июлдә Рәйес Ғәбитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә, республикалағы яратҡан урындарының фотоларын, видеоларын һалып, республикала йәшәгәндәрҙе лә үҙҙәренең тыуған яғының тәбиғәте менән бәйле кадрҙарҙы һалырға өндәп, #Башҡортостандыһайла флешмобын иғлан иткәйне.
Онлайн сараға бик күп билдәле шәхестәр ҙә ҡушылды.
Ҡала Советы депутаты Павел Васильев, Башҡортостандың элекке Баш дәүләт инспекторы, отставкалағы полковник Динар Ғилметдинов Ҡырмыҫҡалы районында урынлашҡан Зәңгәркүлде барып күрергә тәҡдим итә.
Өфө ҡалаһының Октябрь районы башлығы Сергей Плотников Сипайлово биҫтәһендәге Ҡариҙел йылғаһын, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Искәндәр Әхмәтвәлиев Ҡандракүлде, республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының бүлек етәксеһе, экологик блогер Ринат Фәтҡуллин “Еҙем” тәбиғәт паркындағы Киндерле мәмерйәһен, Күгәрсен районы хакимиәте башлығының Мораҙым тарлауығын Башҡортостандың иң матур урындары тип һанай.
Һәр кем http://www.туризм-рб.рф/ сайтында ял өсөн үҙенә оҡшаған маршрутты һайлай ала. 2020 йылдан туризм менән бәйле “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ” милли проекты Рәсәй Президенты Владимир Путиндың махсус указы нигеҙендә барлыҡҡа киләсәк.