+15 °С
Ясно
Антитеррор
Яңылыҡтар
6 Августа 2021, 05:38

Иҫәп алыуҙы - онлайн

2 августа Башҡортостан Хөкүмәтендә төбәк етәксеһе Радий Хәбиров уҙғарған оператив кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек мәсьәләһе лә ҡаралды.

Иҫәп алыуҙы - онлайнИҫәп алыуҙы - онлайн
Иҫәп алыуҙы - онлайн

Башҡортостанстат етәксеһе Акрам Ғәниев әйтеүенсә, 2021 йылда ведомство урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъект-тарын иҫәпкә алыуҙы уҙғарған да инде. 1 августан иһә ауыл хужалығы иҫәбен алыу башланды. Ул 30 авгусҡа тиклем бара. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 2021 йылдың 15 октябренән 14 ноябргә тиклем уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙа 9 мең белгес ҡатнашасаҡ.
Әйтергә кәрәк, беренсе тапҡыр ил халҡы иҫәп алыуҙы Дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү порталында үҙ аллы үтә ала. Иҫәп алыуҙа ҡатнашасаҡ персоналды йыйыу сентябрь башына тамамланасаҡ тип күҙаллана. Ауылдарҙа башлыса иҫәп алыусылар ике кампанияла ла ҡатнаша.

Иҫәп алыуҙы - онлайн
Иҫәп алыуҙы - онлайн
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас