Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Август 2021, 15:28

Ил ағаһы

Ошо йәмле август айында Красноусолдың аҫыл ир-уҙамандарының береһе Әнүәр Әбүзәр улы Муллағолов етенсе тиҫтәһен тултыра. Үҙ иңенә ҡасандыр бик күп йөк артмаҡлап, районына, халҡына туҡтауһыҙ хеҙмәт итеп, һәр саҡ етәкселек эшендә, халыҡ араһында булған, барыһы менән уртаҡ тел табып, ололарҙан аҡыл, кеселәрҙән фәһем алып йәшәгән кеше ул. Бы-уындар тотмаҫлыҡ ауыр саҡтарҙа ла бирешмәй, үҙе булып ҡала белгән Ысын кеше тиер инем уның хаҡында.

Ил ағаһы
Ил ағаһы

Ҡайҙарҙа ғына булмай, ниҙәр күрмәй ир-егеткәй менән ат башы, тигәндәй, Яҡтыкүл ауылы егетенә ҡайҙарҙа ғына булырға, эшләргә тура килмәй. Еҙем-Ҡаран мәктәбендә 7-се класты тамамлағандан һуң яҙмыш уны сит тарафтарға илтә. Бәләкәйҙән ауыл хужалығы һөнәрен үҙ итеп, күңеленә һалып ҡуйған Әнүәр Муллағолов Сибай ҡалаһында Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында агроном һөнәрен үҙләштерә. Тәүге хеҙмәт юлын Белорет районының “Заря” колхозында тракторсылар бригадаһында хисапсы булып башлай. Ике йыл Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт иткәндә лә өлгөлө һалдат, иптәштәренә тоғро дуҫ булып таныла. Армиянан партияға кереп, ил алдындағы бурысын намыҫ менән үтәп тыуған яҡтарына ҡайта. Табын ауылында “Сельхозтехника” район берекмәһендә агроном булып эшләп йөрөгән йәш, эшкә ныҡышмал, кешеләр менән тиҙ аралашыусан егетте 1974 йылда ВЛКСМ-дың район комитетына эшкә алалар. Ситтән тороп ауыл хужалығы институтында уҡып, юғары белем дә ала. Һуңынан һәләтле егеткә профсоюз комитеты рәйесе, партком секретары, 1985-1987 йылдарҙа “Победа”, “Йондоҙ” колхоздары рәйесе, артабан партия район комитетының ауыл хужалығы, ойоштороу бүлектәре мөдире булып эшләргә тура килә. Уны әле лә Сәйетбаба, Бельский ауыл биләмәләре халҡы ипле, итәғәтле етәксе булараҡ һүҙ араһында маҡтап һөйләйҙәр. Халыҡты эшкә урынлаштырыу бюроһы, мәшғүллек үҙәге етәксеһе булып эшләгән йылдарында ла үҙенең һәйбәт ҡылығы, холҡо менән халыҡ абруйын яулай.
- Ул осорҙа яңы ойошторолған ойошма менән етәкселек итеүҙә ауырлыҡтар күп булды. Бик күптәрҙе ҡайтанан уҡытып сығарып, икенсе һөнәр алырға ярҙам иттек. Эшҡыуарлыҡ эшенә тотоноусыларға ла йүнәлеш биреп, күптәргә үҙ эшен асырға ярҙамлаштыҡ, - ти Әнүәр Әбүзәр улы шул йылдар хаҡында.
Төп эшенән тыш йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша ул. 1982 йылдан башлап һәр саҡырылыш һайын район Советы депутаты итеп һайлана, ике саҡырылыш рәттән район Советы рәйесе йөгөн тарта. КПСС райкомының беренсе, икенсе секретарҙары булып та эшләп ала. 2008 - 2013 йылдарҙа территориаль һайлау комиссияһы рәйесе була. Намыҫлы һәм тырыш хеҙмәте өсөн район Советының, район хакимиәтенең, Башҡортостан Респуб-ликаһы Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының күп һанлы Маҡтау грамоталары, Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилей миҙалы менән бүләкләнгән. Һәр ваҡыт халыҡ мәнфәғәтен ҡайғыртып эш иткәнгә “Башҡортостан Респуб-ликаһының атҡаҙанған халыҡты социаль яҡлау хеҙмәткәре” исеме бирелгәндер.
Дәүләт эшендә янып-көйөп халыҡ файҙаһына эшләгәнгә лә районда абруйы ҙур Әнүәр Әбүзәр улының. Уның менән бергә ауырлыҡтарҙы ла, шатлығын да тейешенсә кисерә белгән тормош иптәше – Юлыҡ ауылы ҡыҙы Фәниә Йәнүр ҡыҙы бар эштә төп ярҙамсыһы булып тора. Эш буйынса һәр саҡ күсенеп йөрөргә тура килһә лә, терәге, таянысы булған ғүмерлек юлдашы һәр ваҡыт эргәһендә булып, ошо йылдар эсендә бер ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, икеһенә лә юғары белем алырға, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иткәндәр. Ҡыҙҙары Гөлназ иҡтисадсы һөнәре алып, Өфө ҡалаһында тендер буйынса эксперт булып эшләп йөрөй. Уның улы, олатай менән өләсәйҙең иң оло ейәндәре Сәлимгә лә хәҙер 21 йәш. Улдары Илгиз ике юғары белемгә эйә булып, “Роснефт”тә өлкән белгес, тормош иптәше Алина менән Мәликә, Дилиә, Айназ исемле балалар үҫтерәләр. Иң өлкән балаларына 4 йәш булһа, бәләкәйе 2 айлыҡ ҡына әле. Ейән-ейәнсәрҙәрен өләсәй менән олатай һәр саҡ һағынып көтөп тора. Уларҙы ҡайҙа уйнатырға, ниндәй тәм-том бешереп ашатырға алдан хәстәрләп, уйлап ҡуялар. Былтыр Фәниә Йәнүр ҡыҙы менән Әнүәр Әбүзәр улының ғаилә ҡороуҙарына ла 45 йыл тулған. Хәҙер улар үҙҙәре һалып кергән күркәм өйҙәрендә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡаршы алып, оҙатып, туғандары, яҡындары менән аралашып матур итеп йәшәп яталар. Эшләгән йылдарҙа яуаплылыҡты төп шарт итеп ҡуйғанға ла, бөгөн дә уларҙың өйөндә һәр нәмә тәртиптә, таҙалыҡта, баҡсалары емеш-еләк, гөл-сәскәгә күмелгән.
Халҡына, үҙ еренә, ғаиләһенә тоғро хеҙмәт итеүсе кеше иң бәхетле әҙәм һаналалыр һәм сикһеҙ хөрмәтлелер. Әнүәр Әбүзәр улының бар яҡлап та намыҫы таҙа, выжданы саф. Әле Ә.Муллағолов район ветерандар советы рәйесе урынбаҫары йөгөн дә тарта. Әлбиттә, хаҡлы ялда саҡта ла уйландырған, аҡылды эшкә еккән саҡтар була. Улар барыһы ла ошонда йәшәгән райондаштары, тыуған ере өсөн бит.
“Ҡайһы бер кеше менән һөйләшеп ултырыу үҙе бер ғүмер”, - тиҙәр. Ысынлап та, Әнүәр Әбүзәр улы менән әңгәмәләшеп ултырырға насип булыуына Аллаға рәхмәттәр әйтеп, уның төплө аҡыл менән эш итә, йәшәй белеүенә, уның ябай ҙа, шул уҡ ваҡытта эскерһеҙ, ысын кеше булып ҡала алыуына һоҡланып ҡайттым. Киләсәктә лә Фәниә Йәнүр ҡыҙы менән тиңлек-тигеҙлектә, ныҡлы һаулыҡта, август айының сағыу йондоҙҙары кеүек бар донъяға матурлыҡ, нур бөркөп йәшәргә яҙһын һеҙгә.

Ил ағаһы
Ил ағаһы
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас