Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Август 2021, 18:05

Хәл тотороҡло, әммә ябай түгел

Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы вакцинация дауам итә. Төбәк илдә етештерелгән вакциналарҙың бер миллион ике йөҙ меңгә яҡын миҡдарын алды. Бөгөнгә бер миллиондан ашыу кеше прививка яһатҡан.

Хәл тотороҡло, әммә ябай түгел
Хәл тотороҡло, әммә ябай түгел

Коронавирустан прививканы көнэлгәре “Госуслуги” сайты аша яҙылып йәшәгән урындағы поликлиникала яһатырға мөмкин. Республикала вакцинация нөктәләре һаны 203. Шул иҫәптән күсмә вакцинация пункттары эшләй. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһы сиктәрендә алты маршрут буйынса прививканы төпкөл ауылдарҙа ла эшләтергә була.  Хөкүмәт йортонда үткән сираттағы “Сәләмәтлек сәғәте”ндә Вице-Премьер – һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин вакцинация буйынса лидер – Өфө ҡалаһы, тип белдерҙе. Баш ҡала халҡының әлегә 70 проценты прививка яһатҡан. Урал аръяғы райондары, Белорет һәм Стәрлетамаҡ артта ҡалғандар иҫәбендә. Радий Хәбиров киләһе аҙнала  муниципалитеттарҙа вакцинация барышы тураһында кәңәшмә үткәреп прививка кампанияһы торошон ҡарап тәжрибә уртаҡлашырға ҡарар итте. Коронавирусҡа бәйле хәлде тотороҡло, әммә ябай түгел, тип билдәләне республика башлығы. “Кешеләр ауырый, үлем осраҡтары теркәлә. Пандемияны еңеүҙең берҙән-бер ысулы – вакцинация. Статистика прививка кампанияһы уңышлы барған биләмәлә сир йоҡтороу осраҡтары ла кәмерәк”, тине Радий Хәбиров.

Хәл тотороҡло, әммә ябай түгел
Хәл тотороҡло, әммә ябай түгел
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас