“Физик шәхестәрҙең мөлкәт һалымдары, ер һәм транспорт һалымы буйынса бирәсәкте түләүгә ғариза ҡабул итеү һәм түләү документтарын биреү” хеҙмәте паспорты үҙе менән булған барлыҡ граждандарға бушлай күрһәтелә.
“Госуслуги” Дәүләт хеҙмәттәренең берҙәм порталында иҫәп яҙмаһына эйә булған файҙаланыусылар иһә, үҙе теләгән ваҡытта рәхәт һәм тиҙ генә үҙенең һалым буйынса бирәсәге булы-уын тикшереп, булған бирәсәкте “Һалым бирәсәге” бүлегендә түләй ала.
Һалым органдары халыҡты гражданлыҡ яуаплылығы күрһәтергә саҡыра, сөнки ваҡытында түләнгән һалымдар төбәктең үҫеш нигеҙе булып тора.
3-сө район-ара һалым инспекцияһы.