

Был байрам тормошо спорт, сәләмәт йәшәү рәүеше һәм физик культура менән тығыҙ бәйләнгән, үҙенең тән һәм рух көсөн нығытыусы төрлө йәштәге, төрлө һөнәр кешеләрен берләштерә. Бөгөнгө көндә спорт һәм сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыусы ғафуриҙар һаны артыуы шатлыҡлы күренеш. Йылдан-йыл район һәм республика ярыштарында еңеү һәм призлы урындар яулаусыларыбыҙ ҙа арта бара. Беҙ төбәк, ил һәм халыҡ-ара кимәлдә еңеүҙәргә өлгәшкән билдәле яҡташтарыбыҙ менән ғорурланабыҙ.
Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхет һәм именлек, спортсыларыбыҙға – уңышлы старттар һәм яңы спорт ҡаҙаныштары теләйем! Спорт менән шөғөлләнеүегеҙ һеҙгә шатлыҡ килтерһен, тормошоғоҙҙо төрләндереп ҡыҙыҡлы итһен.
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
Муниципаль район хакимиәте башлығы.