Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 16:00

Донъя чемпионатындағы ирекле көрәштә рәсәйҙәр алтын һәм көмөш миҙал яуланы

Өфөлә юниорҙар араһында донъя беренселегенең ирекле көрәш буйынса ярышында Рәсәй командаһы алтын һәм көмөш миҙал яуланы. 59 килограмға тиклемге категорияла Анастасия Сидельникова финал алышында Белоруссия спортсыһы Арина Мартынованы еңде. Әлеге категорияла өсөнсө урынды Монголия һәм Һиндостан вәкилдәре алды.

Донъя чемпионатындағы ирекле көрәштә рәсәйҙәр алтын һәм көмөш миҙал яуланы
Донъя чемпионатындағы ирекле көрәштә рәсәйҙәр алтын һәм көмөш миҙал яуланы

Өфөлә юниорҙар араһында донъя беренселегенең ирекле көрәш буйынса ярышында Рәсәй командаһы алтын һәм көмөш миҙал яуланы.

59 килограмға тиклемге категорияла Анастасия Сидельникова финал алышында Белоруссия спортсыһы Арина Мартынованы еңде. Әлеге категорияла өсөнсө урынды Монголия һәм Һиндостан вәкилдәре алды.

Рәсәй спортсыһы Елизавета Петлякова финалда Американан Амит Элорҙан еңелеп, юниорҙар араһында ирекле көрәш буйынса донъя чемпионатының көмөш призеры булды.

50 килограмға тиклемге категорияла спортсы Эмили Шилсон еңеү яуланы, 55 килограмға тиклем — Белоруссиянан Алеся Гетманова, 76 килограмға хәтлем  — АҠШ-тан Кайли Велкер.

20 августа «Өфө-Арена»ла донъя беренселегенең грек-рим көрәше буйынса ярыштары башлана.

 

https://www.bashinform.ru/news/1632147-zolotuyu-i-serebryanuyu-medal-zavoevali-rossiyanki-v-volnoy-borbe-na-chm-v-ufe/

Донъя чемпионатындағы ирекле көрәштә рәсәйҙәр алтын һәм көмөш миҙал яуланы
Донъя чемпионатындағы ирекле көрәштә рәсәйҙәр алтын һәм көмөш миҙал яуланы
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас