Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 12:20

Мәскәүҙәр хайран ҡалды

Үткән аҙнала “Еҙем” тәбиғәт паркында Мәскәү телевидениеһы төркөмө булып китте.

Мәскәүҙәр хайран ҡалды
Мәскәүҙәр хайран ҡалды

“ВМЕСТЕ:РФ” телеканалы журналистары сәйәхәттәр тураһында “Бергәләп Рәсәй буйлап” (“Вместе по России”) тип аталған тапшырыуҙар серияһы әҙерләй. Уның бер серияһы Башҡортостанға арнала һәм улар төшөрөү объекты итеп беҙҙең Киндерле мәмерйәһен һәм, әлбиттә, уны уратып алған гүзәл тәбиғәтте һайлаған.
“Еҙем” тәбиғәт паркы методисы Әлиә Рәхимова әйтеүенсә, тапшырыу ике айҙан эфирға сығасаҡ тип вәғәҙә иткән мәскәүҙәр. Киң илебеҙҙең бик күп хозур урындарын күргән фильм төшөрөүселәрҙең беҙҙең яҡтың матурлығына ысынлап хайран ҡалыуҙарын, һоҡланыуҙарын күреп, төбәгебеҙ өсөн беҙ ҙә ғорурлыҡ кисерҙек, тине методист.

Мәскәүҙәр хайран ҡалды
Мәскәүҙәр хайран ҡалды
Мәскәүҙәр хайран ҡалды
Мәскәүҙәр хайран ҡалды
Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас