Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
20 Август 2021, 14:35

Республика намыҫы өсөн!

16 августа район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Николаевич Изотовты иҫтәлекле миҙал һәм Диплом менән бүләкләне.

Республика намыҫы өсөн!
Республика намыҫы өсөн!

Район етәксеһе 1 марттан республикала эшләй башлаған “Атайсал” проекты тураһында һөйләп үтте. Үҙҙәренең эштәре менән ихтирам яулаған замандаштарыбыҙ ҡатнашҡан “Атайсал” проекты һәм “Яҡташтар” проектының 16 номинацияһы буйынса һәр муниципалитетта, шул иҫәптән беҙҙең районда ла, еңеүселәр билдәләнгән. Район етәксеһе “Дәүләт эшмәкәрлеге” номинацияһында еңеүсе Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһы депутаты Алексей Николаевич Изотовҡа Диплом һәм “Республика намыҫы өсөн!” иҫтәлекле миҙалын тапшырҙы.
Ул үҙ сиратында район етәкселегенә һәм халҡына 2016 йылғы һайлауҙа күрһәткән ышаныстары өсөн ҙур рәхмәт әйтте. “5 йыл бер мәл кеүек кенә булды. Ошо йылдар арауығында күп проблемаларҙы хәл иттек, бергә, кәңәшләшеп эшләнек, районда күп тапҡырҙар булырға тура килде. Ысын күңелдән һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, еңел һайлауҙар теләйем,” – тине А.Н.Изотов.

Республика намыҫы өсөн!
Республика намыҫы өсөн!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас