+19 °С
Облачно
Антитеррор
Яңылыҡтар
20 Августа 2021, 07:30

Янғындарҙан һаҡ булайыҡ

Дүшәмбе район хакимиәтендә уҙған ауыл биләмәләре, предприятие, ойошма етәкселәре менән уҙған сираттағы оператив кәңәшмәлә бер нисә көн тәртибе, шул иҫәптән янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт, ҡаралды.

Янғындарҙан  һаҡ булайыҡЯнғындарҙан  һаҡ булайыҡ
Янғындарҙан һаҡ булайыҡ

Кәңәшмәлә райондағы эпидемиологик хәлгә туҡталып, әлеге көндә сирлеләр һаны бермә-бер артыуы хаҡында әйтелде. Баш табип мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 24 кеше Стәрлетамаҡ, 5 – Өфө, 1 - Мәләүез ҡалалары дауаханаларына оҙатылған. Бөтәһе 85 кеше коронавирус, 13 – пневмония менән сирләй. Сир менән көрәштә вакцина эшләтеүҙән дә йоғонтолорағы юҡ. Әлеге көнгә районда 8952 кеше прививканың 1-се компонентын, 6732-һе – икенсе компонентын да эшләткән. 576 доза вакцина бар.
Артабан  янғын хәүефһеҙлеге тураһында мәғлүмәт тыңланды. Көндәрҙең һаман да бик ҡоро тороуы, урман янғындарын булдырмау өсөн тейешле техника, ҡорамалдарҙың төҙөклөгөн тикшереү, халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, янғынға ҡаршы һыҙаттарҙы булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды.

Янғындарҙан  һаҡ булайыҡ
Янғындарҙан һаҡ булайыҡ
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас