Башҡортостан Башлығының 10 августағы Указына ярашлы, түләүҙең күләме – 1000 һум. Бер ниндәй ҙә документтар, ғариза яҙырға кәрәкмәй. Һуғыш балаларына аҡса өйҙә йәки банк, йә иһә почта аша түләнә.
Әгәр ниндәйҙер сәбәптәр буйынса аҡса күсмәһә, 8(347) 200-80-80 телефоны буйынса социаль ярҙам үҙәгенә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта республикала 189,5 мең «һуғыш балаһы» йәшәй. Уларҙың 13 меңгә яҡыны бер ниндәй ҙә льготанан йәки социаль ярҙам сараларынан файҙаланмай.