Беренсе көндө дүрт стратегик сессия планлаштырыла. Ҡатнашыусылар һаҡсыл етештереү технологияларын, сәнәғәт биләмәләрен рекультивациялау мәсьәләләрен, шулай уҡ Рәсәй урман комплексының киләсәген, агросәнәғәт комплексы һәм ритейлдың үҙ-ара эш итеүенең яңы формаларын тикшерә.
Ошо уҡ көндө юниор бизнесы тураһында фекер алышыу күҙаллана. Инвестиция комитеты ултырышында инвесторҙарға ярҙам итеүҙең яңы инструменттары һәм дәүләт-шәхси партнерлыҡ тикшерелә.
Икенсе көндө «ВЭБ.РФ» дәүләт үҫеш корпорацияһы айырым теркәү буйынса «Атла Сибай» секцияһына саҡыра.
Һабантуй майҙансыҡтарының береһендә экспортты һанлаштырыуҙы тикшерергә мөмкин, шулай уҡ «Рюкзак аҫтында» туристик проектын үткәреү планлаштырыла.
Башҡортостан Республикаһының Стратегик эшләнмәләр үҙәге «Инновацион фәнни-технологик үҙәк – Башҡортостанда юғары технологиялы иҡтисадты үҫтереү драйверы» темаһына фекер алышырға саҡыра.
«Дәүләт сәнәғәт сәйәсәтенең һөҙөмтәле механизмы булараҡ ФРП» түңәрәк өҫтәле була, ҡатнашыусылар маркетплейстарҙа эшләүҙе һәм Рәсәй төбәктәренең пандемиянан һуңғы имиджын тикшерә.
Эшлекле программанан тыш, һабантуй ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн «Ҡымыҙфест» һәм Башҡортостандың милли аш-һыуы фестивалдәрен ойоштороу планлаштырыла.
https://www.bashinform.ru/news/1638943-v-sibae-proydet-vserossiyskiy-investitsionnyy-sabantuy-zaurale-2021/