+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
14 Сентябрь , 17:50

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына дәғүәселәр билдәләнде

Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы 2021 йылда журналистика өлкәһендә иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премиялар тапшырыу буйынса комиссияның беренсе ултырышы уҙҙы.

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына дәғүәселәр билдәләнде

Беренсе турҙа 16 автор һәм ике ижади коллектив күрһәтелде. Комиссия бөтә ижади эштәрҙе конкурста ҡатнаштырырға хәл итте.

1. Әлимғужин Ринат, «Күгәрсен – ТВ» телестудияһының баш мөхәррире. Шәһит Хоҙайбирҙиндың тормошона һәм эшмәкәрлегенә арналған телеочерктар, телетапшырыуҙар циклы өсөн.

2. Иванов Василий, юстицияның өлкән кәңәшсеһе. «Краснодарское, Сочинское, Рыбное, Хлопковое уголовные дела в эпоху ХХ века» китабы өсөн.

3. Иҙелбаева Гөлфиә (Гөлфиә Юнысова), журналистика ветераны. «Илһамлы яҙмыштар» китабы өсөн.

4. Истанбаева Рәмилә, Әбйәлил районының «Осҡон» гәзите хәбәрсеһе. Әбйәлил районының «Осҡон» гәзитендә баҫылған социаль-иҡтисади темаға мәҡәләләр циклы өсөн.

5. Касьянова Дарья, Gorobzor.ru мәғлүмәт-яңылыҡ баҫмаһы хәбәрсеһе. Башҡортостан Республикаһының мәҙәни тормошона арналған мәҡәләләр циклы өсөн.

6.  Кинйәбулатов Азат, «Исторический вестник БГМУ» гәзитенең баш мөхәррире. «Исторические очерки о лечении туберкулеза в Республике Башкортостан» китабы өсөн.

7. Латипова Снежана, «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының баш мөхәррир урынбаҫары. Социаль темаға мәҡәләләре һәм видеоматериалдары өсөн.

8. Мәжитов Даян,  «Башҡортостан» гәзите хәбәрсеһе. Әхлаҡи тәрбиә, ғаиләне нығытыу, телде һәм мәҙәниәтте һаҡлау, хәйриәлек эшмәкәрлеген үҫтереү темаһына мәҡәләләре өсөн.

9. Ниғәмәтова Гүзәл, журналистика ветераны. Баймаҡ районының тарихы һәм бөгөнгөһө, күренекле яҡташтары тураһында мәҡәләләре өсөн.

10. Никитина Татьяна, «Тамыр» телеканалы мөхәррире. «преград.net», «ЭТНОкраса», «Гора Новостей» тапшырыуҙары өсөн.

11. Рәхимҡолов Азамат, БДМУ-ның «Медик» гәзите шеф-мөхәррире, «Бессмертный медсанбат», «Женщины – министры здравоохранения», «Всероссийская перепись населения – 2021» рубрикаларындағы мәҡәләләре өсөн.

12. Усманова Айгөл, Башҡортостан юлдаш телевидениеһы интерактив тапшырыуҙар редакцияһының баш белгесе. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелгән мәҙәниәт һәм сәнғәт үҫтереүҙең төрлө йүнәлештәре буйынса программалар циклы өсөн.

13. Усманова Кәримә, «Башҡортостан» гәзитенең үҙ хәбәрсеһе. Урал аръяғының социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тормошона арналған репортаждар, аналитик материалдар циклы өсөн.

14. Хәйҙәрова Оксана, Бөрө районының «Победа» гәзите хәбәрсеһе. Социаль әһәмиәтле темаға мәҡәләләре өсөн.

15. Шаһиев Рәүеф, тыуған яҡты өйрәнеүсе, китаптың авторы һәм төҙөүсеһе. «Халыҡ улы Муса Мортазин» китабы өсөн.

16. Йомағужин Фаяз,  «Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе. Тарихи, хәрби-патриотик, мәҙәни темаға мәҡәләләре өсөн.

17. «Ейәнсура таңдары» гәзите редакцияһының ижади коллективы — Куянова Виктория, Ғәҙелшина Гөлназ, Мырҙаҡаева Светлана. Социаль һәм иҡтисади темаға мәҡәләләре өсөн.

18. «Туймазинский вестник» гәзите редакцияһының ижади коллективы — Айытова Анфиса, Нәсибуллина Диана, Миһранова Регина, Хәмиҙуллина Гүзәл, Калантарян Лилиә.

 

https://www.bashinform.ru/news/1644005-v-bashkortostane-opredeleny-soiskateli-zhurnalistskoy-premii-imeni-shagita-khudayberdina/

 

  

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһына дәғүәселәр билдәләнде
Автор:Гульдар Кинзябаева