+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 14:05

Һанаулы көндәр ҡалды

Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының һигеҙенсе саҡырылыш Дәүләт Думаһына һайлауҙа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға  өҫтәмә һайлауҙа тауыш биреү  башланырға һанаулы ғына көн ҡалды.

Һанаулы көндәр ҡалды

2021 йылдың 8 сентябрендә райондың участка һайлау комиссиялары үҙ эшен башланы.

Һайлауға әҙерлек барышында һәм уны уҙғарғанда участка һайлау комиссияларының бурыстарына шулай уҡ инә:

* теркәлгән кандидаттар, тауыш биреү көнө, ваҡыты һәм урыны тураһында һайлаусыларға мәғлүмәт еткереү;

*һайлаусылар исемлеген аныҡлау;

* агитация ҡағиҙәләре күҙәтелеүенә контроль;

* тауыш биреү көндәрендә  һайлау участкаһында тауыш биреүҙе ойоштороу;

* һайлаусыларҙың тауыштарын һанау, тауыш биреү йомғаҡтарын билдәләү;

* ҡануниәт боҙолоуға ялыуҙарҙы (ғаризаларҙы) ҡарап, улар буйынса ҡарар сығарыу;

* һайлау документацияһының һаҡланғанлығын тәьмин итеп, уны территориаль һайлау комиссияһына тапшырыу.

Санитар-эпидемиологик талап нормаларының үтәлешенә лә ҙур иғтибар биреләсәк. Участка комиссияларына комиссия ағзалары өсөн дә, һайлаусылар өсөн дә шәхси һаҡланыу саралары таратып сығылған.

Әлеге ваҡытта участка һайлау комиссияһы ағзалары тарафынан һайлаусыларҙан өйҙә тауыш биреүгә заявкалар ҡабул ителә, ошоға бәйле, үҙеңдең участка һайлау комиссияһына алдан уҡ мөрәжәғәт итергә кәрәк: яҙма йәки телдән ғаризаны 9 сентябрҙән башлап 19 сентябрҙең урындағы ваҡыт менән 14.00 сәғәтенә тиклем бирергә мөмкин. Һайлауға тиклем ҡалған көндәрҙә участка һайлау комиссиялары эш көндәрендә 16.00-дән 20.00 сәғәткә, ял көндәре 10.00-дән 14.00 сәғәткә тиклем эшләй.

2021 йылдың 17, 18 һәм 19 сентябрендә тауыш биреү урындағы ваҡыт менән иртәнге сәғәт 8-ҙән 20.00 сәғәткә тиклем бара.

Һанаулы көндәр ҡалды
Автор:Зифа Гайсина