+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 15:55

Бында тарих терелә...

Еҙем йылғаһы ярында 2019 йылда төҙөлә башлаған "Батырҙар Рухы"арт-обьектын төҙөкләндереү эштәре дауам итә. Тыуған төйәгебеҙҙе – тарихи Табын ырыуы ерҙәрен ҡурсалаусы батыр рухлы ҡаһарман ҡан-бабаларыбыҙға бағышланған арт-объектты булдырыуҙы Ришат Раян улы Шаймарҙанов етәкселегендәге сик һағы ветерандары тәҡдим итә. 2019 йылда йәмәғәтселек, район хакимиәте, Имәндәш ауыл хакимиәте, Фаил Байшөгөров, РЭС начальнигы Марсель Ғүмәров, “ТВС” етәксеһе Сергей Афанасьев ярҙамы менән ике объект ҡуйыла. Проекттың авторы – Илдар Шәйәхмәтов.

Бында тарих терелә...

Арт-объектты эшләүҙә Имәндәш ауылы ир-егеттәре әүҙемлек күрһәткән. Быйыл көҙ эштәр дауам иттерелеп, 7 метрлы бағана урынлаштырыла, уны уратып таштан постамент эшләнгән. Уҡтың осона  табын ырыуының ҡошо – ҡарағош ҡуйылған. Яҡташыбыҙ, талантлы шағир Салауат Әбүзәрҙең Уҡлыҡаяға бағышланған шиғыры яҙылған стелланы урынлаштыраһы ҡалған.

Бында тарих терелә...
Автор:Гульдар Кинзябаева