+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 12:00

Финиш һыҙығына сыҡтыҡ

РФ Дәүләт Думаһына һайлауҙа, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға  өҫтәмә һайлауҙа тауыш биреү  башланырға бер нисә генә көн ҡалды.

Финиш һыҙығына сыҡтыҡ

Билдәле булыуынса, эпидемиологик хәл ҡатмарлы булыу сәбәпле, һайлаусылар үҙ ихтыярын рәсми билдәләнгән көндә – 19 сентябрҙә генә түгел, ә 17 һәм 18 сентябрҙә лә белдерә ала. Был көндәрҙә участка һайлау комиссиялары тулы график буйынса – 8.00-дән 20.00 сәғәткә тиклем эшләй.

Ғафури районында алда торған тауыш биреүгә үҙерлек үҙенең финиш һыҙығына сыҡты. Барлыҡ 47 һайлау участкаһының биналары тикшерелде, кәрәкле ҡорамалдар (видеокамералар, металл шкафтар) менән йыһазлап бөтөлдө. Ошо көндәрҙә уларға тауыш биреү өсөн бюллетендәр килтереләсәк һәм шул мәлдән участкалар һаҡ аҫтына алынасаҡ. Һайлауҙы уҙғарғанда тәртип тәьмин итеү өсөн тауыш биреү участкаларында 80-гә тиклем полиция хеҙмәткәре дежур итәсәк.

Санитар-эпидемиологик талаптарҙың күҙәтелеүенә лә тейешле иғтибар бирелә. Участка һайлау комиссиялары ағзалары кәрәкле шәхси һаҡланыу саралары менән тәьмин ителгән. Участкаларҙа тауыш биреүселәргә лә битлек, бирсәткә һәм ручкалар биреләсәк.

Дөйөм алғанда, районда исемлеккә индерелгән һайлаусыларҙың (ә улар 25 меңдән ашыу) һәр ҡайһыһы һайлау участкаһына килеп, үҙе теләгән кандидатты һайлаһын өсөн барыһы ла эшләнә.

Финиш һыҙығына сыҡтыҡ
Автор:Зифа Гайсина