+6 °С
Облачно
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Сентябрь , 18:10

Һәр кем үҙ тауышын бирһен өсөн...

Красноусолдағы 2-се мәктәптә урынлашҡан 1665-се һайлау участкаһында һайлауға әҙерлек тулы кимәлдә, тип әйтергә була. Эш барышы тураһында һайлау комиссияһы рәйесе Людмила Васильевна Пухова менән әңгәмә ҡорҙоҡ. Людмила Васильевна, Һеҙ ни өсөн һайлау комиссияһында эшләйһегеҙ? Уҡытыусы булараҡ, электән төрлө йәмәғәт эштәрендә әүҙем булдым. Һайлау комиссияһында хәҙер инде күп йылдар рәйес булып торам. Ышаныс белдергәндәр икән, эшләргә кәрәк, тип уйлайым. Участкыла һайлауҙар нисек ойоштороласаҡ?

Һәр кем үҙ тауышын бирһен өсөн...
  • Быйыл һайлауҙар өс көн барасаҡ. Һайлау участкаһы иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем асыҡ буласаҡ. Беҙҙең участкыла 1456 кеше үҙ тауышын бирергә тейеш. Һайлаусылар Дәүләт Думаһына, Дәүләт Йыйылышы –Ҡоролтайға, шулай уҡ район советына депутаттар һайлаясаҡ. Һайлауҙарҙы уҙғарыу өсөн барыһы ла бар. Йылдағыса участкыла КОИБ урынлаштырыла. Видеокүҙәтеү ҡоролмалары ҡуйылды. Һайлау барышын күҙәтеүселәр өсөн дә шарттар булдырылған.
  • Һайлау участкаһында ковидҡа ҡаршы ниндәй саралар ҡулланыласаҡ?
  • Яңы коронавирус сире таралыу хәүефенә бәйле, участкыла санитар-эпидемиологик сараларға ҙур иғтибар бирелә. Бөтә һайлаусыларға ла бер тапҡыр тотонола торған битлек һәм ручка биреләсәк. Комиссия ағзаларына ла шәхси һаҡланыу әйберҙәре – битлектәр, бирсәткәләр, һаҡлаусы кейем таратыла. Улар ултырған өҫтәлдәргә һаҡлағыс экрандар ҡуйыла. Һәм әлбиттә, һайлауҙарҙың өс көн барыуы ла халыҡ күпләп бер көндә йыйылмаһын өсөн уңайлы. Һайлауҙарға халыҡ күпләп килер, һәр кем үҙ тауышын бирер тип ышанам.  

Әлфиә ВӘЛИЕВА әңгәмәләште.

Һәр кем үҙ тауышын бирһен өсөн...
Автор:Гульдар Кинзябаева