+29 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 09:45

Баҙарҙа контроль-касса техникаһы ҡулланылыуы

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса 3-сө район-ара инспекцияһы баҙарҙарҙа намыҫһыҙ эш итеүгә юл ҡуймау буйынса федераль проект, йәғни закон тарафынан билдәләнгән осраҡтарҙа һәр ҡайҙа контроль-касса техникаһын ҡулланып, ваҡлап һатыу баҙарында “күләгәләге” аҡса әйләнешен кәметеү өҫтөндә эшләүен дауам итә.

Баҙарҙа контроль-касса  техникаһы ҡулланылыуы
Баҙарҙа контроль-касса техникаһы ҡулланылыуы

Был проект сиктәрендә республиканың һалым органдары тарафынан 16 баҙар һәм сауҙа комплексының, 1100 тирәһе арендаторҙың эшмәкәрлеге һалымдар түләнмәй ҡалмаймы, аҡсаларҙың законһыҙ әйләнеше юҡмы икәнлегенә даими анализлана, шул уҡ ваҡытта аңлатыу эше лә алып барыла. Һөҙөмтәлә проект башланғандан алып – 2021 йылдың мартынан авгусына тиклем әлеге майҙансыҡтарҙа шәхси эшҡыуар статусына күскән сауҙа итеүсе граждандар һаны 4 процентҡа артты, ә проектта ҡатнашыусы сауҙа нөктәләренең дөйөм һанына ҡарата теркәлгән контроль-касса техникаһы 27 процентҡа күбәйҙе.
Һалым органдары контроль-касса техникаһын теркәү фактын ғына түгел, ә баҙарҙағы һәр арендаторҙың уларҙы ҡулланыуын да барлап тора. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 130-ҙан ашыу закон боҙоусы һалым органдары тарафынан РФ КоАП-ының 14.5-се статьяһына ярашлы административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Бер үк ваҡытта һалым органдары баҙарҙа сауҙа итеүселәргә шуны ныҡлы аңларға тәҡдим итә: административ штраф һалыныуы контроль-касса техникаһын артабан ҡулланмаҫҡа мөмкин тигәнде аңлатмай. Касса техникаһы ҡулланылмауы асыҡланған һәр осраҡтан һуң хата төҙәтелергә һәм касса-контроль техникаһында касса чегы коррекцияланырға тейеш.
Проект башланғандан алып проект-та ҡатнашыусы барлыҡ 16 баҙарҙа сауҙа итеүселәрҙең айлыҡ табышы бынан алдағы 113 млн-дан 161 миллион һумғаса, йәғни 42 процентҡа артҡан. Ләкин ваҡлап һатыу баҙарында сауҙа итеү үҙенсәлектәре һәм һатып алыусыларҙың шулай ғәҙәтләнеүе баҙарҙа контроль-касса техникаһы ҡулланмайынса хисаплашыуға юл ҡуя әле.
Һалым органдарының был проект сиктәрендәге эшенең төп маҡсаты – баҙарҙарҙа хужалыҡ итеүсе субъекттар эшмәкәрлеген асыҡ итеү. Шуға бәйле, һәр иҫәп-хисап контроль-касса техникаһы ҡулланып бойомға ашырылғанға тиклем, һалым органдары закон боҙоусыларҙы административ яуаплылыҡҡа тарттырыуын дауам итәсәк.
Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы
буйынса 3-сө
район-ара инспекцияһы.

Баҙарҙа контроль-касса  техникаһы ҡулланылыуы
Баҙарҙа контроль-касса техникаһы ҡулланылыуы
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: