+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 12:55

Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре: юғары әүҙемлек, биш партия һәм 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе

Башҡортостан Үҙәк һайлау комиссияһының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, һайлауҙа ҡатнашҡан 14 партиянан «Берҙәм Рәсәй» (66,6%), КПРФ (14,7%), ЛДПР (8,6%), «Яңы кешеләр» (2,7%), «Ғәҙел Рәсәй. Дөрөҫлөк өсөн» (2, 6%) алда бара.

Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре: юғары әүҙемлек, биш партия һәм 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе
Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре: юғары әүҙемлек, биш партия һәм 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе

Салауат (96,4%), Благовар (93,6%), Тәтешле (92,8%) райондары, Салауат (75,4%), Сибай (73,5%), Октябрьский (70,2%) ҡалалары халҡы юғары әүҙемлек күрһәтте.

2021 йылдың 17-19 сентябрендә һайлауҙа республиканың һайлау участкаларында 13 540 күҙәтеүсе эшләне. Сағыштырыу өсөн: 2016 йылда иһә 10 087 күҙәтеүсе булды.

1389 объектта видекүҙәтеү ҡуйылды: 1320-һе — һайлау участкаларында, 69-ы — территориаль һайлау комиссиялары биналарында. Республиканың башҡа һайлау участкаларында видеотеркәү саралары ҡулланылды.

Республикала һайлаусыларҙың 72,79 проценты тауыш бирҙе.

Башинформ.

Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре: юғары әүҙемлек, биш партия һәм 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе
Башҡортостанда һайлау һөҙөмтәләре: юғары әүҙемлек, биш партия һәм 13 меңдән ашыу күҙәтеүсе
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: