+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 15:10

Халыҡ өсөн эшләһендәр

Фәүзиә ҠОТЛОГИЛДИНА, район сәсәндәр мәктәбе етәксеһе, Родина-Ватан ауылы старостаһы:   - Беҙ, оло быуын кешеләре, һайлауҙарҙы байрам кеүек ҡабул итеп көтөп алабыҙ. Уның өс көн булыуы пандемия осоронда, әлбиттә, бик уңайлы. Халыҡ үҙенә уңайлы ваҡытта килде. 19 сентябрь көнө мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ауыл ағинәйҙәре менән һайлаусылар өсөн матур концерт ҡуйҙыҡ, мин үҙемдең “Башҡортостан” шиғырын уҡыным, йырҙар йырланыҡ.

Халыҡ өсөн эшләһендәр
Халыҡ өсөн эшләһендәр

Һайлау һөҙөмтәләренә килгәндә, “Берҙәм Рәсәй” партияһының еңеүе уға халыҡтың ышаныуын белдерәлер тип уйлайым. Беҙҙең ауыл миҫалында ғына ла “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса бик күп ярҙамдарын күрҙек. Ауылыбыҙға мәҙәниәт усағы юллап алғас, музыкаль аппаратура, сәхнә, ноутбук тап ошо программа аша алынды. Бында элекке депутатыбыҙ Әмир Миңнеәхмәт улы Ишемғоловтың (хәҙер мәрхүм инде) ярҙамы ҙур булды.

Башҡортостаныбыҙҙан Дәүләт Думаһына һайланған депутаттарыбыҙ хеҙмәт ветерандарын, өлкәндәрҙе, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙе социаль яҡлауға иғтибар итһендәр тигән теләгем бар. Мәҫәлән, коммуналь түләүҙәргә ташламалар булдырылһын, Рәсәй кимәлендәге пенсионерҙарға өҫтәмә түләүҙәр кәметелмәһен ине. Халҡыбыҙ өсөн бар көстәрен һалып эшләрҙәр тип ышанам.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров командаһына республикабыҙҙың иҫ киткес матур тәбиғәтен, туған телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, бай тарихыбыҙҙы һаҡлау, уны донъяға танытыу йүнәлешендә эшләүҙәрен теләр инем. Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә туған тел дәрестәре һаны артһын ине. Сөнки балаларыбыҙ үҙ телен белеп, ошо телдә фекерләп, ижад итеп үҫергә тейеш. Шул ваҡытта ғына улар Ватаныбыҙҙың ысын илһөйәрҙәре булы үҫәсәк.

Халыҡ өсөн эшләһендәр
Халыҡ өсөн эшләһендәр
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: