+19 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 09:30

Пермдә - атыш

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республиканың Мәғариф министрлығына һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарына Пермдәге фажиғәнең хәл-шарттарына төшөнөргә һәм уҡыусыларҙың, студенттарҙың хәүефһеҙлеге буйынса тейешле саралар күрергә ҡушты.

Пермдә - атыш
Пермдә - атыш

20 сентябрҙә Тимур исемле егет атыу ҡоралы менән Пермь дәүләт университеты биләмәһенә үтеп инеп, атыш ойошторған. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, биш кеше үлгән, алтауһы яраланған. Юғары уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәтендә белдереүҙәренсә, енәйәтсе юҡ ителгән. Билдәле булыуынса, ул енәйәт ҡылырға бер нисә минут ҡалғас социаль селтәргә экстремист түгеллеге һәм сәйәси эшмәкәрлеккә вайымһыҙлығы тураһында яҙма һалған. Быны ул күптән әҙерләгән: «Ошо хаҡта күптән уйлай инем, йылдар үтте, мин хыялланғанымды эшләргә ваҡыт еткәнен аңланым».

Пермдә - атыш
Пермдә - атыш
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: