+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2021, 18:00

Вакцинаны йыл да эшләтергәме?

Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры коронавирустан вакцинаны һәр йылда эшләтергә кәрәкме икәнлеген аңлатты Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин 21 сентябрҙә уҙған брифингта халыҡтың вакцинация тураһындағы һорауҙарына яуап бирҙе.  - Рәсәй Федерацияһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығы коронавирустан прививканы профилактик прививкаларҙың Милли календарына индерҙе.

Вакцинаны йыл да эшләтергәме?
Вакцинаны йыл да эшләтергәме?
  • Уға ярашлы, вакцинацияның ике варианты күҙаллана: беренсеһе – профилактика өсөн, икенсеһе – эпидемиологик күрһәткестәр буйынса. Профилактик прививкалар йыш осраған инфекциялар – ҡыҙылса, паротит, һыу сәсәге, полиомиелит, дифтерия һәм башҡа сирҙәргә ҡаршы иммунитет булдыра. Эпидемиологик күрһәткестәр буйынса иммунизация төрлө эпидемия, бигерәк тә хәүеф төркөмөнә ҡарағандар ҙа, ҡурҡынысы булғанда эшләнә, - тине министр.

Әле коронавирустан вакцина яһатыу икенсе осраҡҡа тура килә. Пандемия булғанда коронавирустан вакцинация йыл һайын уҙғарыласаҡ.

Вакцинаны йыл да эшләтергәме?
Вакцинаны йыл да эшләтергәме?
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: