+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2021, 09:05

Шәхес тәрбиәләйһегеҙ

Хөрмәтле тәрбиәселәр, мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре һәм педагогик хеҙмәт ветерандары!

Шәхес тәрбиәләйһегеҙ
Шәхес тәрбиәләйһегеҙ

Илебеҙ киләсәге, районыбыҙҙың көсө һәм даны күп йәһәттән йәш быуындың ниндәй булып үҫеүенә бәйле. Тиҙ алға барған әлеге дәүерҙә мәктәпкәсә тәрбиә биреү хеҙмәткәре һөнәре айырыуса әһәмиәтле һәм йәмғиәттә абруйлы була бара, сөнки мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре, ғаилә менән бер рәттән, бәләкәй кешенең шәхесен формалаштырып, уны тормош буйлап етәкләп бара.
Һеҙгә, ҡәҙерле тәрбиәселәр, педагогик оҫталығығыҙ, үҙ эшегеҙҙе яратыуығыҙ, балаларыбыҙ именлеге хаҡында хәстәрлек күреүегеҙ өсөн ысын күңелдән рәхмәт әйтәм. Һеҙҙең изгелек, энтузиазм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәренең һәр көнөн бәхет һәм шатлыҡ көнөнә әйләндереүенә иманым камил.
Һеҙгә һөнәри эшегеҙҙә артабанғы уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, бәхет, именлек, илһам, ижад шатлығы һәм тәрбиәләнеүселәрегеҙ һөйөүе теләйем!
Фәнзил СЫҢҒЫҘОВ,
муниципаль район хакимиәте башлығы.

Шәхес тәрбиәләйһегеҙ
Шәхес тәрбиәләйһегеҙ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: