Порталға Интернет селтәренән файҙаланыусы һәр кем www.gosuslugi.ru адресы буйынса инә ала, ул дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр буйынса теләгән мәғлүмәтте еңел һәм һөҙөмтәле эҙләп табып булырлыҡ итеп ойошторолған.
Өйҙән сыҡмай, сираттарҙа тормай ғына интернет аша хеҙмәттәрҙән файҙаланыу өсөн гражданға gosuslugi.ru порталы сайтының үҙендә теркәлергә кәрәк, шунда уның «шәхси кабинеты» булдырыла. РФ граждандарына «шәхси кабинет» теркәү өсөн: Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты, СНИЛС (пенсия страховкалауы таныҡлығы номеры), электрон почта адресы, кеҫә телефоны номеры кәрәк.
Иҫәп яҙмаһын раҫлатыу өсөн Күп функциялы үҙәккә, граждандарҙы теркәү үҙәгенә йәки Рәсәй Почтаһы бүлексәһенә мөрәжәғәт итергә була. Был кодты бер тапҡыр алалар һәм артабан дәүләт хеҙмәттәре алыу өсөн мөрәжәғәт иткәндә ҡулланалар. www.gosuslugi.ru сайтында бер тапҡыр теркәлгәндән һуң порталда күрһәтелгән барлыҡ хеҙмәттәргә, шул иҫәптән Рәсәй Эске эштәр министрлығы күрһәткәндәренә лә, инә алаһығыҙ.
Миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәләргә түбәндәге төр хеҙмәттәр күрһәтеүҙе һорап электрон ғариза бирергә була:
1. Рәсәй Федерацияһы гражданы шәхесен раҫлаусы Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын биреү һәм алмаштырыу;
2. РФ биләмәһенән ситтә Рәсәй Федерацияһы гражданы шәхесен раҫлаусы Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын тултырыу һәм биреү (5 йыл ваҡытҡа);
3. РФ биләмәһенән ситтә Рәсәй Федерацияһы гражданы шәхесен раҫлаусы, мәғлүмәттәре электрон йөрөтөүселә булған Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорттарын тултырыу һәм биреү (10 йыл ваҡытҡа);
4. Рәсәй Федерацияһы эсендә килгән урынында һәм йәшәгән ерендә Рәсәй Федерацияһы граждандарын теркәү иҫәбенә ҡуйыу;
5. Адрес-белешмә мәғлүмәте биреү;
6. Сит ил граждандарын һәм гражданлығы булмаған кешеләрҙе Рәсәй Федерацияһына индереүгә саҡырыу тултырыу һәм биреү.
Дәүләт хеҙмәттәрен электрон хәлдә алыуҙың миграция бүлексәләренә килеп йөрөүгә ҡарағанда өҫтөнлөктәре күп. Атап әйткәндә:
дәүләт пошлинаһын түләгәндә 30 % ташлама;
ваҡыт янға ҡалыуы – сиратта тормау, хеҙмәтләндереү ваҡыты ла әҙерәк;
коррупция хәүефе юҡ һәм шәхси кабинетта дәүләт хеҙмәте күрһәтеү барышы хаҡында мәғлүмәт алып булыуы;
ҡағыҙ ғариза бланкыһын тултырып торорға кәрәкмәй.
Әгәр граждандың Интернет селтәренә инеү мөмкинлеге бар икән, ул тиҙ һәм контактһыҙ документтар әйләнешенең барлыҡ мөмкинлектәренән файҙалана һәм ваҡыт, сифат йәһәтенән юғалтыуһыҙ ғына кәрәкле хеҙмәттәрҙе ала ала.
Шуға ла иғтибар йүнәлтке килә, электрон хәлдә бирелгән ғаризалар ҙа үҙең килеп биргән ғаризалар һымаҡ уҡ юридик көскә эйә, шундай уҡ юридик эҙемтәләр бирә.
Быларҙан тыш, һеҙ үҙегеҙгә күрһәтелгән дәүләт хеҙмәтенең сифатын vashkontrol.ry сайтында һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының рәсми сайтында баһалай алаһығыҙ.
Ольга ФРОЛОВА,
бүлексә начальнигы,
полиция майоры.