-10 °С
Болотло
«ИҒТИБАР, БӨТӘГЕҘГӘ ЛӘ» тигән сигнал иҫкәртеү системаларының электр сиреналарын һәм сиреналы-һөйләүсе ҡоролмаларын эшләтеп ебәреү юлы менән 10 сәғәт 40 минуттан алып 10 сәғәт 43 минутҡа тиклем 3 минут буйы яңғыратыласаҡ.
Районыбыҙ кешеләрен, сирена һәм һөйләп хәбәр итеү тауышын ишетеп, ҡурҡмауҙарын, тыныс ҡалыуҙарын һорайбыҙ. Иҫкәртеү системаларын тикшереү планлы тәртиптә уҙғарыла һәм уҡыу-өйрәнеү маҡсатын күҙҙә тота.