4 октябрҙән 14 октябргә тиклем Бөтә Рәсәй матбуғатҡа яҙылыу ун көнлөгө үтә. Был осорҙа барлыҡ ваҡытлы баҫмаларға, шул иҫәптән “Табын” район гәзитенә ташламалы хаҡҡа яҙылырға була.
Шулай итеп, 2022 йылдың беренсе ярты йыллығына гәзитебеҙгә 816 һум 12 тингә яҙылырға була. Күреүегеҙсә, ташлама һиҙелерлек. Һәм “Табын”дың яҡын дуҫтары бирелгән форсаттан файҙаланып ҡалыр тип ышанабыҙ.
Әйткәндәй, “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто ДУП-ы быйыл да гәзиткә яҙылыусылар араһында матур-матур бүләктәр уйнатасаҡ, акциялар үткәрәсәк. Гәзиткә яҙылығыҙ һәм уларҙа ҡатнашығыҙ!