Мүк еләгенән морс. 500 г мүк еләгенең һутын һығабыҙ. Һығылған еләктәрҙе кәстрүлгә һалып 2 л һыуҡойоп 3-5 минут ҡайнатабыҙ. Ҡайнап сыҡҡас һөҙөп алып 2 аш ҡалағы бал һәм алдан һығып алынған һутты һалабыҙ. Көнөнә 2-3 тапҡыр эсегеҙ.
Һырғанаҡ, лимон һәм балдан эсемлек. 3 аш ҡалағы һырғанаҡ еләген иҙегеҙ, 1 л ҡайнар һыу ҡойоп ярты сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Һуңынан һөҙөп алып, уға 2 бал ҡалағы бал һәм бер телем лимон ҡушығыҙ. Көн һуҙымында ошо эсемлекте эсһәгеҙ, хәл инеп китеүен тойорһоғоҙ.
Имбирлы-лимонлы эсемлек. 3-5 г имбирь тамырын һәм бер лимондың дүрттән бер өлөшөн ваҡлағыҙ. Өҫтөнә 250 мл эҫе һыу һалып, бер аҙ һыуынғас 2-3 бал ҡалағы бал ҡушығыҙ. Был эсемлекте иртән ас ҡарынға эсергә кәрәк.
Лавр япрағынан төнәтмә. 300 мл һыуҙы ҡайнатып, 10-15 бөртөк лавр япрағы һалығыҙ ҙа тағы ла 5 минут ҡайнатығыҙ. Һуңынан 4 сәғәт термоста төнәтегеҙ. Көнөнә 3 тапҡыр 1-әр аш ҡалағы төнәтмәне ай һуҙымында эсергә кәрәк.
Ҡоро емештәрҙән файҙалы ҡатнашма. 100 г күрәгә, ҡара емеш, йөҙөм еләген алып, 200 г грек сәтләүеге, һәм 2 лимонды ит турағыстан йәки блендерҙан үткәрегеҙ. Ошо ҡатншамаға 150 г бал ҡушып, быяла банкаларға һалып һыуытҡысҡа ҡуйығыҙ. Ошо ҡатнашманы көн һуҙымында ашар алдынан 1-әр аш ҡалағы ҡулланығыҙ.
Баллы керән. Таҙа һәм ҡоро керән тамырҙарын блендерҙа йәки ит турағыста ваҡлағыҙ. Өҫтө ҡапланғансы ҡайнар һыу ҡойоғоҙ ҙа, бер нисә сәғәткә ултыртып тороғоҙ. Артабан һөҙөп алып, ошо шыйыҡсаға 1:1 нисбәтендә бал ҡушығыҙ. Иртән һәм кис 1-әр аш ҡалағы эсегеҙ.
Ҡарабойҙай ҡатнашмаһы. 500 г ҡарабойҙай ярмаһын 500 г ваҡланған грек сәтләүегенә ҡушып, өҫтөнә шыйыҡ бал һалығыҙ. Ай һуҙымында 1-әр аш ҡалағы ошо ҡатнашманы көнөнә 3 тапҡыр ашағыҙ. Шифаһын көсәйтеү өсөн уға йөҙөм еләген һәм күрәгә ҡушырға мөмкин.