Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
12 Октябрь 2021, 16:45

Рейд үтте

12 октябрҙән, республика Башлығы указына ярашлы, ҙур сауҙа үҙәктәренә кергәндә вакцинация эшләтеү йәиһә был ауырыуҙы үткәргәнең тураһында белешмә күрһәтеү мотлаҡ. Был талап шулай уҡ музей, театр һәм кинотеатр, китапхана, концерттарға ингәндә, ҡала-ара пассажир транспорты рейстарына ла ҡағыла. Ә инде 13 октябрҙән вакцина эшләтмәгән 65 йәштән ололарға үҙаллы ҡурсаланыу тәртибе индерелә.

Рейд үтте
Рейд үтте

Красноусол ауылының һатыу үҙәктәренә битлектәр кейеп кереү, вакцина эшләтеү сертификаттарының булыу-булмауын күҙәтеү, иҫкәртеү буйынса район хакимиәтенең эшҡыуарлыҡ үҫеше секторы етәксеһе Ольга Владимировна Кулинич, әйҙәүсе белгес Алеся Рәшит ҡыҙы Мәжитова һәм эске эштәр бүлеге, редакция хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында рейд үтте.  Был төркөм Красноусолдың үҙәгендә урынлашҡан “Марат”, “Ихлас”, “Радужный”, “Фонтан”, “Деловой”, “Пятерочка” сауҙа үҙәктәрендә булды. Әлбиттә, бер нисә сауҙа үҙәгендә республика Башлығы указына ныҡлы иғтибар бирелһә, үтәмәүселәр ҙә байтаҡ әле. Һатыу үҙәктәренә килеүселәр ҙә ошондай талаптар ҡуйылыуҙы төрлөһө-төрлөсә ҡабул итә. Кемдер асыуланһа, икенсеһе аңлы рәүештә һис шикһеҙ прививка эшләтәсәген әйтә. Әммә былар барыһы ла үҙебеҙҙең һаулығыбыҙ, йәшәйешебеҙ өсөн кәрәк бит.

Рейд үтте
Рейд үтте
Рейд үтте
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас