Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2021, 15:00

Сикләүҙәр индерелде

12 октябрҙән Башҡортостанда коронавирус сире таралыуға бәйле сикләүҙәрҙең яңы этабы ғәмәлгә инде. Атап әйткәндә, сауҙа үҙәктәре, музей, китапхана, театрҙар, кинотеатрҙарға, ҡала-ара пассажир транспортына һәм концерт залдарына ингәндә өс документтың береһен: - коронавирустан вакцина эшләтеү тураһында сертификат, - коронавирус менән сирләү тураһында белешмә (һауыҡҡандан һуң ярты йыл ғәмәлдә), коронавирус менән сирләмәүҙе дәлилләгән ПЦР-тест белешмәһен (3 көндән ашыу ваҡыт үтмәгән булырға тейеш) күрһәтергә тейеш. Һуңғы документ 27 октябрҙән һуң ғәмәлдән сығарыла.

Сикләүҙәр индерелде
Сикләүҙәр индерелде

18 октябрҙән ошо ҡағиҙәләр матурлыҡ салондарына, косметик, СПА һәм массаж салондарына, солярийҙарға, мунсаларға, сауналарға, физкультура-һауыҡтырыу комплекстарына, фитнес-клубтарға, бассейндарға, дөйөм туҡланыу урындарына (50-нән күберәк ултырыу урыны булған) ингәндә лә бойомға ашырыласаҡ.

Өлкәндәр өйҙә ҡала

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров коронавирус таралыу хәүефенә бәйле юғары әҙерлек тәртибе тураһындағы указға сираттағы өҫтәмәләренә ярашлы, 65 йәштән өлкәндәргә һәм хроник сирҙәргә дусар булыусыларға 13 октябрҙән алып мәжбүри үҙҡурсалау режимы индерелде.  

Был граждандар аҙыҡ-түлек, дарыуҙар һатып алыу, медицина учреждениеларына мөрәжәғәт итеү (быға COVID-2019-ға ҡаршы вакцина үтеү ҙә инә), банктарға, элемтә салондарына, баҡсасылыҡ ширҡәттәренә, дачаларға, ҡала ситендәге йорттарға һәм зыяраттарға иртәнге сәғәт 11-ҙән төшкө сәғәт 1-гә тиклем бара ала.

COVID-2019-ға ҡаршы вакцина ҡаҙатыу тураһында “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша алынған электрон йәки ҡағыҙ сертификат, алты ай дауамында коронавирус менән сирләү тураһында белешмәһе булыусыларға, шулай уҡ эш урынында мотлаҡ булыу талап ителгән һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә, власть органдарында эшләүселәргә, етәкселәргә ҡағылмай.

Кемдәр ярҙам итәсәк?

Муниципалитеттар үҙҡурсалау режимында булыусыларға, инвалидтарға, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгәндәргә, яңғыҙ йәшәүселәргә ярҙам итә торған ирекмәндәр төркөмдәре булдырырға һәм эшмәкәрлеген тәьмин итергә тейеш.

Район ирекмәндәре өлкәндәргә һәм хроник сирлеләргә магазин йәки аптеканан кәрәкле нәмәләрҙе алып киләсәк. Был эшкә республика буйынса 5 мең ирекмән йәлеп ителә.

Был сикләүҙәр оҙаҡҡамы?

Төп маҡсат – сирҙе йоҡтороу “сылбырын” өҙөү. Йәғни әле сирләгәндәр тулыһынса йүнәлергә һәм башҡаларға йоҡтормаҫҡа тейеш. Сикләүҙәрҙең күпмегә индерелгәне билдәле түгел. Эпидемиологик хәлгә – сирлеләрҙең һәм прививка эшләтеүселәрҙең һаны нисек артыуына ҡарап ҡағиҙәләрҙе ҡатыландырып йәки йомшартып торасаҡтар.

Әлегә хәл ҡатмарлы, дауаханаларҙа хатта тар профилле белгестәрҙе лә коронавирус бүлексәләренә эшкә күсерәләр. Районда сиреләр һаны 200-ҙән ашыу, уларҙың 51-е – ковид госпиталдәрҙә дауалана. Пневмония менән 69, ОРВИ менән 525 кеше сирләй.

Табиптар әйтеүенсә, коллектив иммунитет барлыҡҡа килгәс, йәғни республика халҡының кәмендә 60 проценты вакцина эшләткәс, сир сигенәсәк.

Кемдәр мотлаҡ вакцина яһатасаҡ?

13 октябрҙән республикала ҡайһы бер категория граждандар өсөн вакцина яһатыу мотлаҡ. Был ҡарарға Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак ҡул ҡуйған. Кешене уның иркенән тыш вакцина яһатып булмай, әммә илдең йәки билдәле бер төбәктең баш санитар табибы ҡарар ҡабул итә икән, эш биреүсе ул кешене эшкә алмаҫҡа йәки эшенән ситләтергә һәм эш хаҡы түләмәҫкә хаҡлы. Был турала Хеҙмәт кодексының 76-сы статьяһында бәйән ителә. Ҡарар бөтә һөнәрҙәргә лә түгел, ә РФ Хөкүмәтенең 1999 йылдың 15 июлендә сыҡҡан “Йоғошло сирҙәр менән ауырыу хәүефе юғары булған һәм мотлаҡ профилактик прививка эшләтеүҙе талап иткән эштәрҙең исемлеген раҫлау тураһында” ҡарарындағы һәм Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы приказына ингән исемлектәге һөнәрҙәргә ҡағыла. 

Түбәндәге граждан категориялары COVID-19-ҙан мотлаҡ вакцина яһатырға бурыслы:

 - 60 йәштәгеләр һәм унан өлкәндәр;

- медицина, фармацевтика һәм санатор-һауыҡтырыу ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;  

- белем биреү ойошмалары, шул иҫәптән өҫтәлмә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;

- халыҡты социаль яҡлау һәм социаль хеҙмәтләндереү ойошмалары, күп функциялы үҙәк хеҙмәткәрҙәре;  

- социаль хеҙмәтләндереү ойошмаларында йәшәүселәр;

- транспорт һәм транспорт инфраструктураһы ойошмалары хеҙмәткәрҙәре;

- хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре, дәүләт сиге аша үткәреү пунктында дәүләт контроль органында эшләүселәр, енәйәт-башҡарыу системаһы учреждениелары хеҙмәткәрҙәре;

 - вахталы ысул менән эшләүселәр, волонтерҙар;

 - хәрби хеҙмәт башҡарыусылар һәм хәрби хеҙмәткә алыныусылар;

-хеҙмәтләндереү өлкәһендә эшләүселәр (тулы исемлек – Роспотребнадзор сайтында),  

  - Башҡортостан Республикаһының дәүләт граждан, муниципаль хеҙмәткәрҙәре, башҡарма власть  һәм урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре  

- белем биреү ойошмаларының структуралы подразделениеһынан ситтә производство практикаһын үтеүсе һөнәри белем биреү һәм юғары һөнәри белем биреү ойошмаларында уҡыусы 18 йәштән өлкән граждандар.  

Был сара төбәктә яңы коронавируслы инфекция буйынса хәүефле эпидемиологик хәл килеп тыуыуға бәйле индерелгән. Ҡарарға ярашлы, ойошма, ведомстволар етәкселәре үҙҙәренең коллективтарын вакциналауҙы ойошторорға тейеш.

Сикләүҙәр индерелде
Сикләүҙәр индерелде
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас