

- Зөфәр Мәғәсүм улы, ағымдағы йылда ДРСУ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре ниндәй?
- Башта шуны билдәләргә кәрәк, беҙҙең предприятие коллективы иңенә районыбыҙҙағы 535 саҡрым (шуның 170-е асфальт, ҡалғаны ҡырсын түшәлгән юлдар) оҙонлоғондағы төрлө өҫлөклө юлдарҙы тәртиптә тотоу, төҙөкләндереү, ремонтлау бурысы һалынған. Быйыл планға ярашлы, район буйынса юлсылар бригадаһы Ҡарағай-Имәндәш ауылдары араһындағы автомобиль юлына асфальт түшәү менән мәшғүл булды, әлегә эштәр теүәлләнмәне. Аҡкүлдән Нағаҙаҡ йүнәлешендәге 5-7 саҡрымда, ауыр йөк ташыусы автомобилдәр юлдарҙы эштән сығарыуы һөҙөмтәһендә Яңғыҙҡайын-Мораҡ-Йөрәктау йүнәлешендәге (Стәрлетамаҡ сигенә тиклем 2,5 саҡрым), Яңғыҙҡайын-Цапаловка-Алатана асфальт өҫлөклө автомобиль юлдарына урыны-урыны менән ағымдағы ремонт уҙғарылды. Районыбыҙҙың асфальт-бетон өҫлөклө юлдары булған барлыҡ ауыл биләмәләрендә лә юлдарҙың соҡор-саҡырлы урындарын ямау эштәре башҡарылды. Юлдар төҙөү, ремонтлау менән бер рәттән юл эшсәндәре юлдарҙы тигеҙләү, юл билдәләре урынлаштырыу, уларҙы буяу, юлдарҙағы тотҡарлыҡ ҡоролма-кәртәләрен тәртиптә тотоу, юл ситтәрен сабыу, юл һыҙаттарындағы ағас-ҡыуаҡлыҡтарҙы ҡырҡыу һәм башҡа эштәр менән дә мәшғүл була.
- Көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерлек эштәре хаҡында ни әйтерһегеҙ?
- Көндәлек эштәр менән бер рәттән ҡышҡы осорға әҙерлеккә лә ҙур иғтибар бирелә. Эшселәребеҙҙең бер өлөшө ҡышҡы техниканы (барлығы ике тиҫтәнән ашыу), шул иҫәптән ҡар таҙартыу, ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы һибеү өсөн ҡулайлаштырылғандарын, ике шнекороторҙы ремонтлау менән мәшғүл. Предприятиебыҙ тарафынан ҡыш көнө боҙлауыҡ ваҡытында юлдарға һибеү өсөн 2050 тонна ҡом-тоҙ ҡатнашмаһы әҙерләнде, шулай уҡ ошо маҡсатҡа “Сода” компанияһынан тоҙло һыу килтереүгә килешеү төҙөлдө.
- Ҙур күләмле эштәрҙе үҙ ваҡытында башҡарып сығыу өсөн юл хужалығында махсус һәм ҡеүәтле техника талап ителә. Матди-техник базағыҙҙы яңы техника менән тулыландырыу мәсьәләһе нисек хәл ителә?
- Ысынлап та, беҙҙең эшмәкәрлегебеҙ нигеҙҙә баланстағы юл төҙөлөшө техникаһының торошона бәйле. Барлығы 46 берәмек техника иҫәпләнә, күпселеге үҙ мөмкинлектәрен күптән үтәгән, ни хәл итәһең, иҫке техника менән эшләргә мәжбүрбеҙ. Өс “К-700” предприятиебыҙға 35 йылдан ашыу хеҙмәт итә, өс “Т-150” тракторының икәүһе 1988 йылда алынған, береһе генә яңы. Бары тик булған техникаға капиталь ремонт уҙғарылып, хеҙмәткәрҙәребеҙҙең үҙ техникаһына һаҡсыл ҡарашта булыуы, даими йүнәтеп тороуы һөҙөмтәһендә генә улар эшләй. Ике автогрейдерҙың береһе хужалыҡта үҙ эшмәкәрлеген – 10, икенсеһе 19 йыл элек башлағайны. Беҙгә йәнә бер автогрейдер һәм асфальт һалғыс техника талап ителә. “Башкиравтодор”ҙан автогрейдер бүлергә вәғәҙәләнеләр вәғәҙәләүен, нисек булыр.
- Белеүебеҙсә, һеҙҙең идаралыҡта берҙәм, татыу, яуаплы, үҙ һөнәренең оҫталары тупланған...
- Эйе, коллективта намыҫлы, һыналған, эшсән кешеләр тупланған. Беҙҙә ғаиләләре менән эшләүселәр, династиялар ҙа, ғүмерҙәрен юл хужалығындағы эшкә бағышлап, ҙур тәжрибәгә эйә булыусылар ҙа бар. Ирле-ҡатынлы Ғәббәсовтар: Марат Яхъя улы – водитель, Әлфинур Рафаил ҡыҙы келәт мөдире, дүрт тиҫтә йылға яҡын хеҙмәт стажлылар. Аталы-уллы Афанасьевтар: тракторсы булып хеҙмәт юлын үткән Георгий Константинович асфальт заводында ҡарауылсы булып эшләһә, улы Геннадий Георгиевич фронталь тейәгес машинисы, кейәүе – Виктор Семенович Ергунов – тракторсы. Юл мастеры Рауил Зәки улы Мәүлетов 40 йылға яҡын хеҙмәт стажлы, “КамАЗ” водителе Рим Әнүәр улы Ишмаев, “Т-150” тракторы тракторсыһы Сергей Романович Шестаков, асфальт заводы мастеры Александр Владимирович Гришкин. Яңы эш башлаусыларҙан экскаваторсы Фәрит Хәйҙәр улы Моратов менән Александр Харьковты билдәләп үтергә кәрәк.
- Байрам уңайынан теләктәрегеҙ ҙә барҙыр.
- Форсаттан файҙаланып, барлыҡ коллективты, коллегаларҙы, хаҡлы ялдағы ветерандарыбыҙҙы (улар – 33, 9-ы – эшләп йөрөй) һөнәри байрамыбыҙ – Юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ихлас күңелдән ҡотлайым. Еңел булмаған эштәрендә уңыштар, бәхетле оҙон ғүмер, именлек, күтәренке кәйеф, рух ныҡлығы, иң мөһиме – ныҡлы, ҡаҡшамаҫ сәләмәтлек теләйем.
- Зөфәр Мәғәсүм улы, әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт. Һеҙҙең ҡотлауҙарға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Байрамығыҙ менән!