Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Октябрь 2021, 15:35

Сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ!

18 октябрҙән Башҡортостан Башлығы Указындағы үҙгәрештәрҙең өсөнсө сикләү саралары үҙ көсөнә инде. Уға ярашлы, сертификат-белешмәһеҙ матурлыҡ, массаж салондары, физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, бассейндарға, мунса-сауналарға, 50 кешенән артыҡ урынлы кафе-ресторандарға инеү рөхсәт ителмәй.

Сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ!
Сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ!

Рейдта  район хакимиәтенең ведомство-ара комиссия ағзалары ҡатнашып, район үҙәгендәге  сауҙа объекттарын, төҙөлөш материалдары магазиндарын, матурлыҡ һәм массаж салондарын, бөҙрәханалар, бассейн тикшерелде. “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында урынлашҡан бассейнға район халҡы теләп йөрөй. Тикшереү уҙған көндә бында килеүселәрҙе ингән ерҙә ФОК хеҙмәткәрҙәре ҡаршы алып, вакцина эшләтеү тураһындағы сертификаттарҙы тикшерҙе, температура үлсәне. Бар мәғлүмәттәр махсус журналға теркәп барыла.

Дөйөм алғанда рейд һөҙөмтәләре насар түгел. Етешһеҙлектәр асылған урындарҙа хәлде төҙәтеү өсөн күрһәтмәләр бирелде.

 

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хәүефһеҙлек сараларын үтәмәгән өсөн вазифалы кешеләргә 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем, шәхси эшҡыуарҙарға һәм юридик шәхестәргә  - 500 мең һумдан 1 млн һумғаса штарф һалынасаҡ йәки эшмәкәрлектәре 90 тәүлеккә туҡтатыласаҡ.

Рейдтар артабан да дауам итәсәк.

Сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ!
Сәләмәтлегебеҙгә битараф булмайыҡ!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас