Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
26 Октябрь 2021, 12:00

Ирекмәндәр ярҙамға килер

Башҡортостанда, бөтә илдәге кеүек үк, коронавирусҡа бәйле хәл ҡатмарлы булып ҡала. Сирлеләр арта, үлгәндәр һаны ла кәмемәй. Әле республикала коронавирустан вакцина яһатмаған кешеләр өсөн сикләүҙәр ғәмәлдә. 65 йәштән өлкәндәргә үҙҡурсаланыу режимы индерелде.

Ирекмәндәр ярҙамға килер
Ирекмәндәр ярҙамға килер
“Берҙәм Рәсәй” башҡарма комитеты ҡарамағындағы колл-үҙәк 65 йәштән өлкәндәрҙән, хроник сирлеләрҙән, ярҙамға мохтаж ауырлы ҡатындарҙан аҙыҡ-түлек килтереү буйынса заявкалар ҡабул итә.
Республиканың һәр ҡала һәм районында “Беҙҙең хәстәрлек” берҙәм ирекмәндәр үҙәге Йәштәр сәйәсәте министрлығы менән бергә эш башланы. Ирекмәндәр автомобилдәрҙә изоляцияла ултырғандарға дарыуҙар һәм аҙыҡ-түлек килтереүҙе үҙ өҫтөнә ала. Шулай уҡ поликлиникаға прививка яһатырға барырға теләгәндәргә ярҙам күрһәтеләсәк. Телефон: 8-800-201-89-03. Сәғәт иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем шылтырата алаһығыҙ.
Районда халыҡҡа ярҙам итеү маҡсатында оператив ирекмәндәр штабы үҙ эшен тергеҙҙе. Бөтәһе районда 50 ирекмән эшләй. Социаль селтәрҙәрҙә  халыҡҡа, шул иҫәптән 65 йәштән өлкәндәргә һәм үҙ-үҙен хеҙмәтләндерә алмаған граждандарға ярҙам күрһәтеү өсөн ирекмәндәр йыйыу тураһында постар ҡуйылған.
Әлеге көнгә Сәйетбаба ауылынан бер ирекмән теләк белдерҙе, кеше йыйыу дауам итә. Штаб ҡарамағында 4 шәхси һаҡланыу сараһы, 200 дана битлек, 5 литр дезинфекция саралары бар. Халыҡтан ярҙам күрһәтеүҙе һораған заявкалар әлегә юҡ. Әгәр ярҙам кәрәкһә, ирекмәндәр өсөн район хакимиәтенең транспорты ҡулланыласаҡ.
Былтыр беҙгә үҙаллы 20 ирекмән, уларҙың 3-һе үҙ транспорты менән  ярҙамға килгәйне.
Район хакимиәтендә ойошторолған оператив штабы телефоны: 8(34740) 2-12-96.  Ярҙамға мохтаждар ошо телефонға шылтыратып заявка ҡалдыра ала.
Ирекмәндәр ярҙамға килер
Ирекмәндәр ярҙамға килер
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас