Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда COVID-19 менән сирлеләр һаны 83 меңдән ашҡан. Тәүлек эсендә 668 кеше сир йоҡторған, 36 кеше вафат булған. Эшләмәгән аҙнала ҡотҡарыусылар, медиктар, полиция, тиҙ ярҙам күрһәтеү хеҙмәттәре эш урындарында буласаҡ. Транспорт һәм туҡтауһыҙ циклда эшләүсе предприятиелар ҙа эшләйәсәк.
Республикала эшләмәгән аҙна уҡыусыларҙың каникулдары менән тура килә. Был ғаилә менән бергә булырға мөмкинлек бирәсәк. Шулай уҡ, әгәр эшләтмәгән булһағыҙ, коронавирустан прививка эшләтергә мөмкинлек тә. Ял ваҡытында күмәк кеше булған урындарҙа йөрөмәҫкә тырышығыҙ.